+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

“Безбушлатов” (булған хәл)

Ашханала ул көн туйҙыммы, юҡмы, хәтерҙә ҡалмаған. Казармаға әйләнеп килһәк, ҡалдырған урында, кейем элгестә, үҙемдең хәрби фуфайкамды – бушлатымды – таба алмайым. Күрше элгестәрҙе лә ҡараным, хәрби билетым һандары яҙылған ҡышҡы кейемемде, призывнойҙан алып килгән байлығымды осратманым. Ашханаға, тышта ҡыш булһа ла, һәр саҡ бушлатһыҙ йөрөйбөҙ. Рота менән барабыҙ, сафтарыбыҙ һирәгәйеп, кире ҡайтабыҙ. Йыш ҡына кемдер сафҡа баҫмай, үҙ яйы менән ҡайта. Улай, әлбиттә, ярамай, ә ҡарт һалдаттарға закон бармы ни? Улар, кем әйтмешләй, йәш саҡтарында күп тырышлыҡ күрһәткән. Минең бушлатымды юғалтыуым тураһында хәбәр тиҙ арала таралып өлгөрҙө. Беҙҙең батареянан Коля исемле ҡарт һалдат, ә үҙе минән дүрт йәшкә бәләкәй егет, әй, көлдө: – Ишбулатов – безбушлатов!

“Безбушлатов” (булған хәл)
“Безбушлатов” (булған хәл)

Кемдер ысын күңелдән, кемдер үсәп, ҡайғы уртаҡлашты. Әрмелә, әлбиттә, йәш саҡта, кителдең уң яҡ еңендәге аҡ ҡулъяулыҡты юғалтыу ҙа ҙур бәләгә килтереүен иҫәпкә алғанда, бушлатыңды урлатыу – үтә ҙур бәлә. Разводта, иртәнге тикшереү мәлендә, приказға ярашлы, кейемең үҙеңдә булыу ғына түгел, ә һәр кейемеңдең тәғәйен урынына яҙылған һандар ҙа һинеке булырға тейеш. Бәләм тураһында рота буйынса дежурҙа торған кесе сержантҡа әйттемме, юҡмы икән, уныһы хәтерҙә юҡ. Нибары, “ҡарт”тарҙан кемдеңдер: “Әрмелә урлағандар, тигән һүҙ юҡ, юғалтҡанмын тигәне генә бар!” – тигән һүҙе генә хәтерҙә ҡалған.
Төшөнкөлөккә бирелеп, юғалып ҡалғанғамы, теге Коля (исеме үҙгәртелде) миңә үҙенең ыҡсым ғына иҫке бушлатын биреп торҙо:
– Үҙеңдекен тапҡансы ғына! – тине хеҙмәттәш.
Һәм янаған һымаҡ, өҫтәне:
– Ҡара уны, берәй еренә кер эләктерһәң, үҙеңә ҡарап үпкәлә!
– Рәхмәт, шул килеш алып килермен, – тинем.
Шул көндә үк, бер эш ваҡытында, Коляның бушлатына битум тигеҙҙем. Бер биҙрә ҡара ыҫмаланы өҫтә торған иптәшкә алып биргәйнем, эсем менәнерәк күтәргәнмен дә ҡуйғайным. Әй, ҡайғырҙым, эстән яндым. Киттем, полк буйлап, растворитель эҙләп. Кемдер, шул нәмә ярҙам итә, тигәс. Кис етә башлағас, илле алла, бер мулла менән табылған “Вайспирит” шешәһен ҡуйыным эсенә йәшереп, складтар яғына киттем. Тыш һалҡын, шулай ҙа өшөргә ваҡыт та, уның ҡайғыһы ла юҡ, ҡайҙандыр табып алған сепрәк киҫәген хәтәр шыйыҡса менән еүешләйем дә, Коля-“ҡарт”тың бушлатындағы ҡара таптарҙы ышҡыйым. Элек ҡап-ҡара булған урын көрән төҫкә инә. Ышҡыған һайын, сепрәгем йәшел төҫкә буяла, бушлат төҫөнә. Бер сәғәт самаһы ыҙаланағас, теге таптар бөттө. Казармаға барып ингәйнем, иптәштәр растворитель еҫен һиҙеп, ни булғанын һораша башланы. Бар көсөмдө йыйып, хәлемде һөйләп биреүҙән башҡа, сарам ҡалманы. Дуҫым кәңәш бирҙе: “Коляға был турала әйтмә, бушлатын кире алмаҫ, ә яңыһын таптырыр”. Ул арала, дуҫтар ҡайҙандыр икенсе бушлат табып бирҙе. “бабай”ға үҙенекен ҡайтарғанда, ул һынсыл ҡарап алды, шулай ҙа, еҫкәнмәне, бәйләнмәне, ә алдағы һүҙен ҡабатлап, көлөү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы.
Был хәлдең күп факттары онотолһа ла, Коляның изгелеге һәм көлөп әйткән һүҙҙәре, бер мөсәллек ваҡыт үтһә лә, онотолмай әле: “Ишбулатов, безбушлатов”.

Әле бына ошо көндәрҙә әрмелә кейем юғалтыу менән бәйле тағы бер хәлде һөйләнеләр. Һеңлекәштең ҡайныһы, Азамат ҡоҙа, эй ҡыҙыҡ итеп бәйән итте. Уның һымаҡ итеп һөйләп булырмы, юҡмы?
Йәш һалдат “учебка”ла йөрөп ята икән. Ашханала тиҙ-тиҙ ашап бөткән дә, һауыттарын нарядтағыларға тапшырып, йылдам ғына сығыу яғына ыңғайлаған. Бер өҫтәл артында шау-гөр килеп икенсе рота һалдаттары ултыра. Уларҙың эргәһенән үтеп киттем генә тигәндә, тегеләрҙән берәү ҡысҡыра икән:
– Боец! Бое-ец! Подойди сюда! – беҙҙең һалдат тауыш килгән яҡҡа ҡараһа, өҫтәл артындағылар араһынан бер нисә “ҡарт” һалдат быға ҡарап ултыра.
– Һеҙ миңә әйтәһегеҙме? – ти һалдат.
– Эйе, һиңә, һиңә. Бар, туған, тиҙ генә беҙгә бер буханка икмәк килтер! – ти ят һалдат. – Ҡайҙан алалар икәнен беләһеңме?
– Эйе, беләм! Хәҙер!
– Туҡта, беҙ һиңә ышанһын өсөн, кәпәсеңде ҡалдыр. Йә, алдап ҡасырһың.
– Юҡ, алдамайым! – һалдат баш кейемен сисеп, тегеләрҙең өҫтәленә һала ла, икмәк телгән бүлмәгә йүгерә.
Әйләнеп килһә, ротанан да, кәпәсенән дә елдәр иҫкән. Уның урынына күп кейеүҙән тапланып бөткән иҫке кәпәс кенә ята, ти. Хәл юҡ, шуны кейә лә егет, ашхананан сыға. Һалдаттар теҙелеп тора, был да сафҡа баҫа. Расположениеға ҡайталар. Һалдаттың бер дуҫы, беҙҙең һалдаттың кәйефе юҡлығын күреп, ни булды, тип һорай. Һалдат барыһын да һөйләп бирә. Дуҫы:
– Кисен кәпәсеңде табып бирермен. Борсолма! – ти. – Бир был кәпәсеңде.
Кис етә. Дуҫы теге иҫке кәпәсте һорап ала ла, сығып китә. Күп тә үтмәй, кире килеп инә. Ҡулында – яп-яңы кәпәс!
– Нисек таптың? – һалдаттың күҙе дүрт була.
– Теге рота киске прогулкала йыр йырлап китеп бара ине, сафта ҡыуып еттем дә, иң арттағыларҙың береһенең кәпәсен ҡапыл сисеп, урынына алама кәпәсеңде батыра кейҙерҙем. Теге һалдат үҙгәреште һиҙмәне, хатта әйләнеп тә ҡараманы, йырлап атлауын белде.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: