-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Майҙы табалап, ҡоймаҡ ҡой!

Беҙҙең ауылда, бына ғәләмәт, яңы йыл каникулында икмәк бешереүселәр ҙә ял итә икән. Икмәк бөтһә лә, он бар, тәмле ҡоймаҡ ҡойҙоҡ әле. Рецебын яҙып ҡуйҙым.

Майҙы табалап, ҡоймаҡ ҡой!
Майҙы табалап, ҡоймаҡ ҡой!

Кәстрүлгә берәр литр 

Ҡайнар һыу, һөт ҡоябыҙ.

Ярты аш ҡалағы тоҙ һәм

Бер бал ҡалаҡ содабыҙ 

Таман булыр.

 

Майҙы табалап, яй утҡа

Ҡуйығыҙ. Әй, киреһе!

Өс йомортҡа һытығыҙ ҙа,

Кәстрүлгә "бирегеҙ".

 

Болғатҡанда шул массаны, 

Түҙегеҙ, тәмләмәгеҙ.

Тәмләһәгеҙ, аҙаҡ мине

Мәлғүн тип әрләмәгеҙ. 

 

Хәҙер иң сауаплы нәмә - 

Самалап он ҡушығыҙ.

Бутағандан, кеҫәл сыҡһын, 

Ә хәҙергә - хушығыҙ.

 

Әй, хәтерең! Таба ҡыҙғас,

Берәр минутты тойһаҡ,

Ҡойоп, көтөп, әйләндерһәк, 

Бешер эре күҙ-ҡоймаҡ.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: