Баймаҡ районы Темәс ауылынан Вәкил Рәхимйән улы Ишбулатов үҙҙәренең йорттары алдына ҡарҙан аҡ айыу, арыҫлан һәм юлбарыҫ һындары, һырғалаҡ эшләгән.
Әйткәндәй, уның күршеһе, Самат Ғәбдрәшитов, үҙҙәренең йорто алдына ике һыртлы һырғалаҡ эшләп ҡуйған. Самат Ғәбдрәшитов Темәс ауылы ир-уҙаманы Николай Чинейкиндың йортонда йәшәй. Николай апа (диалект һүҙе) ҡыҙҙарында Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһында йәшәй, әле яңы беҙ Самат ағайҙың һырғалағын ҡарарға барған саҡта, уны тап итеп, әңгәмәләшеп торҙоҡ.