+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

АТАМАН

Мөхәррәм ағай шәхси «Лада»һында ҡаланан ауылына ҡайтып килә ине. Йәйге ҡояш нурында юл буйында ҡып-ҡыҙыл сейәгә төрөнгән ҡыуаҡтарҙы күргәс, туҡталып Хоҙай ризығынан ауыҙ итергә булды. Һыуһыл емештәр тел осонда иреп торалар.

АТАМАН
АТАМАН
– Иң тәмлеләрен йыйып ҡына ҡарсығым Өммөбикәне лә һыйлайым әле, – ошо изге ниәттәр менән ул күҙ асып йомған арала бер эшләпә емеште йыйып та алды. Бына ул ҡабат ҡорос атына ултырып, ауыҙ-эсенән генә «Һинең өсөн дә янам» көйөн күңелле көйләп, юлға ҡуҙғалды. Ҡайтыуына ҡарсығы оҙон һикегә ашъяҡлыҡ йәйеп, самауыр шыжлатып, бал-ҡаймаҡ менән, бәлкем, көтөп торалыр әле. Юҡтыр. Күрәҙәсеме ни ул һинең ҡасан ҡайтырыңды белергә. Тимәк, шылтыратып әйтергә кәрәк. Бер ҡул менән рүлде бороп, икенсеһе менән телефонын ҡапшарға кереште. Әммә телефон кеҫәлә лә, кабина эсендә лә күренмәне. Бер һүҙ менән, төшөп ҡалған. Ҡайҙа? Ҡайҙа туҡтаның, шунда сейәлектә! Мөхәррәм ағай машинаһын кирегә бороп, ҡала яғына ҡыуҙы.
Таныш ҡыуаҡтар эргәһенә килеп еткәндә, тап ул туҡтаған урында текә генә еңел машина тора ине. «Иномарка» тип шәйләп алды пенсионерҙың күпте күргән күҙҙәре. Ә эргәһендә йәш кенә ике егет тапана. Егет тип, егет ҡорона кереп бөтмәгән мыйыҡ төртә башлаған үҫмерҙәр инде. Берәр бай балаларылыр. Юҡһа бындай яңы машинала сапмаҫтар ине. Күр әле, тирләп бөткәндәр, арҡаларынан шыбырҙап һыу аға. Туҡтарға ишаралап ҡул болғайҙар.
Телефон эҙләргә килгәс ни, туҡтамай ҡайҙа бараһың. Нәмә, егеттәр, ватылдымы ни? – Мөхәррәм ағай яуап көтөп тормай, эйелеп, ерҙән кеҫә телефонын эҙләй башланы.
– Ватылманы, – тип яуапланы егеттәр, уның туҡтауына ҡыуанып. – Бензины бөттө. Анауы боролоштан бирле этеп киләбеҙ.
– Бензин ерунда ул. Бына мин ошонда телефонымды юғалттым. Үәт ите дә-ә!.. Әйҙә, ваҡытығыҙ булһа, эҙләшегеҙ әле. Йәш күҙҙәр үткер була, бәлкем, табырһығыҙ, – пенсионер үтенесле ҡарашын тегеләргә төбәне.
– Табабыҙ уны, – егеттәрҙең ҡаҡ оҙон кәүҙәлеһе ағайҙың номерын һорап, үҙенең кеҫә телефонынан һандар йыйҙы. – Хәҙер телефоның йырлай-йырлай үҙе һине эҙләп табасаҡ.
Ысынлап та, кабинанан таныш музыка яңғыраны. Мөхәррәм ағайҙың йөҙөнә шатлыҡ нурҙары сәселде. Уның кеҫә телефоны шыуып төшөп ике ултырғыс араһына инеп ятҡан даһа. Пенсионер егеттәрҙе ҡосаҡлап алды, арҡаларынан һөйҙө, аҡ бәхеттәр теләне.
– Бәхет, ағай, һинең ҡулда, – тинеләр тегеләр бер тауыштан. – Зинһар, машинабыҙҙы машинаңа тағып ҡала башындағы заправкаға тиклем генә илтеп ҡуйһаңсы?..
– Булдырабыҙ уны! – башҡа бер ваҡытта Мөхәррәм ағай яндарынан башты ситкә бороп ҡына быжлап үтеп китер ине, әле телефон табылыу шатлығынан ул егеттәрҙең һүҙен йыҡмаҫҡа булды. Иномарканы тағып, сигнал уттарын яндырып, һөйрәп алып та китте.
ГАИ пункты эргәһенән үткәндә ҡапыл ғына арттан юл-патруль хеҙмәте машинаһы тағылды һәм бер аҙҙан мигалкаларын яндырып, сиреналарын үкертеп, рупор аша туҡтарға бойорҙо.
– Әй был ДПСтарҙы, эш юҡтан эш табып йөрөйҙәр ҙә инде, кемгә бәйләнергә белмәйенсә… Ут сыҡҡанмы ни! Ошо тиклем ҡыланмаһалар… Ана бит ҡаршыла ғына заправка. Шунда барып туҡтай ул хәҙер. Дөкәминттәре тәртиптә.
Ул арала полиция машинаһы юлға арҡыры төшөп туҡтарға мәжбүр итте. Мөхәррәм ағай ҡаршыһына ике полицейский менән гражданлыҡ кейемендәге урта йәштәге бер бәндә килеп баҫтылар.
– Сержант Иванов, – тип честь бирҙе полицейский. – Дөкәминттәрегеҙҙе күрһәтегеҙ!
Погонына бер нисә йондоҙ ҡунаҡлаған әфисәр ҙә һорау биреп өлгөрҙө:
– Һеҙ ниндәй маҡсаттан кеше машинаһын урланығыҙ? Был нахаҡ һорауҙан Мөхәррәм ағайҙың йөҙө сепрә һалынған ҡамырҙай ҡабарып сыҡты. Офоҡ артына инеп барған ҡояштай ҡыҙарҙы, ҡан баҫымы күтәрелде.
– Ғүмеремдә кешенең энәһенә лә һорауһыҙ ҡағылманым.
– Ул саҡта һөйрәткән машинаға ла дөкәменттарығыҙҙы күрһәтегеҙ!
– Ана, хужаһынан һорағыҙ! – тип, егеттәр яғына ымлағайны, ул арала тегеләрҙән елдәр иҫкән.
– Хужаһы мин булам. Машина минеке, – ир уртаһы бәндә кеҫәһенән дөкәминттәрен сығарып Мөхәррәм ағайҙың танау төбөндә уйнатты. – Ихатанан алып китмәһәң… Үҙем дә иҫәр инде, ишекте бикләмәй, асҡысты кабинала ҡалдырып, йоҡларға ятҡанмын. Ҡарт бер тәре һин, бүтән бер кем дә түгелһең! Тфү!..
Эштең ҡайһы яҡҡа ауышҡанын аңлаған пенсионер: – Тотоғоҙ ул малай аҡтыҡтарын! – тип кенә әйтә алды.
– Һин атаманды тотҡанды, эшнәләреңде генә тоторбоҙ мотлаҡ, – тип яуапланы тәртип һаҡсылары. – Ә хәҙер, гражданин, полиция машинаһына күсеп ултырыуыңды һорайбыҙ.
Мөхәррәм ағайҙың ҡулдарына бығау кейҙереп полиция бүлегенә алып китеүҙәренә үҙем шаһит булдым.

Камил Фазлый.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: