+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Кемде сихыр ярата? Фельетон

Ярты йыл элек кенә Фәниә менән Ғәҙел был донъяла бер-береһенең барлығын да белмәйҙәр ине. Ә бөгөн Фәниә ике йыл дуҫлашып йөрөгән Саматын, ә Ғәҙел иһә мөхәббәттән иҫереп, туйға әҙерләнеп йөрөгән Хаятын ташлап, уртаҡ ғаилә ҡорорға, йәғни өйләнешергә йөрөйҙәр. Иң ҡыҙығы шул (әллә ҡыҙғанысымы): Хаят һайлаған, хатта авансын да түләгән туй күлдәгенән баш тартып салонға шылтыратҡандан һуң теүәл өс сәғәт үткәс, тура килеүен әйт, Фәниә килеп кейеп ҡараған һәм оҡшатҡан. Уны-быны уйлап тормай, аҡсаһын түләп алып ҡайтҡан да, аһ, ҡатын-ҡыҙ, уларҙың йөрәге түҙәме һуң инде, һис уйламағанда килеп ингән апаһына кейеп күрһәткән.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Кемде сихыр ярата?                                                            Фельетон
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Кемде сихыр ярата? Фельетон

Апаһы ла инде, асыҡ ауыҙ, ярыҡ барабан, борғоланып торған кәләштең туй күлдәгендәге хаҡы яҙылған яҙыуға беркетелгән ҡағыҙҙы күреп: «Кем ул Хаят Моратова?» – тип һораған. Кисәге көндәше хаҡында ишетеп ҡалған Фәниә тәгәрәп киткән. Шунда уҡ күлдәкте кире илтеп биргәндәр, аҡсаһын көс-хәл менән алғандар. Күрәһеләре бының менән генә бөтмәгән. Шул  күлдәкте тотторған асыҡ ауыҙ һатыусыны эшенән ҡыуғандар, уныһы ла юғалып ҡалмаған, үҙенсә үс алыу юлын тапҡан. Ошо күлдәккә аҙмы-күпме мөнәсәбәте булғандарҙың һәр береһенә «Мин һине ҡарғайым», тип смс-ка ебәргән.

Алғандар, уҡығандар, сәстәре үрә торған. Эҙләп килгәндәр һәм нимә асыҡлағандар? Был ҡыҙыҡай, исеме Зөһрә икән, күҙен дә йоммай:

– Эйе, мин һеҙҙе, ғәфү итегеҙ, ысынлап та, ҡарғаным. Әгәр боҙомомдо алдырғығыҙ килһә, һәр берегеҙ мин күргән зыянды, йәғни эш хаҡын ҡайтарыу иҫәбенә аҡса бирәһегеҙ. 10-ар мең һум!

Нишләһендәр, биргәндәр, тегеһе алған, сумкаһына һалып ҡуйған.

– Ә ниңә кәләште  ҡарғайһың? – тип һораған Фәниәнең апаһы. – Ул бит былай ҙа зыянды күп күрҙе.

– Кем күберәк юғалта, шул күберәк ҡайтарырға тейеш. Фәниәнән 11 мең һум.

Бына шулай, Фәниә кейәүгә сығып, Ғәҙел өйләнеп өлгөрмәне, әллә күпме мажараға дусар булып, тыумаған ғаиләләре тарҡала яҙып ҡуйҙы.

Фәниә үрһәләнә, сөнки апаһы: «Һине алдағандар, боҙомоңдо сихыр ярҙамында ғына бөтөрөргә мөмкин», – тип ышандырған. Сихырсыһын да тапҡандар. Уныһы кәртен сығарып теҙгән, шәмен тоҡандырған, сәсен алып яндырған һәм:

– Сихырының сиге юҡ, быға минең көсөм етмәй. Әгәр ҡотолорға теләһәгеҙ, аҡсаны ике тапҡырға арттырығыҙ, – тип өҫтәгән.

Арттырғандар. 11 мең һум урынына 22 мең һум түләгәндәр. Фәниә күҙ алдында йәшәреп, тын алыуҙары иркенәйеп ҡалған.

– Рәхмәт, – тигән ул, ҙур бәләнән ҡотолған һымаҡ.

– Рәхмәт күп булыр, – тигән сихырсы, – уныһы үҙеңә ҡалһын. Һинең боҙомоң минең аурамды имгәтте. Һатыусыңа ҡаршы барып, үҙемдең һаулығымды юғалта яҙҙым. Тағы бер аҙ өҫтәһәң, ҡаршы булмам.

Юғары белемле кәләш нимә эшләһен, барыһының да бәхетле булғыһы килә, мәктәпте көс-хәл  менән тамамлаған, ләкин һөнәрселек училищеһынан ҡыуылған «сихырсы»ға тағы ла аҡсаһын сығарып биргән.

Аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндәр эргәһендә уларға «ярҙам итергә теләүселәр» һәр ваҡыт табыла. Шуға күрә кемгәлер аҡса һонор алдынан ҡат-ҡат уйлағыҙ, бындай юғалтыу һеҙгә кәрәкме

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: