+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

БУРЫСЫҢДЫ ТҮЛӘМӘЙЕНСӘ ҮЛМӘЙ ТОР Фельетон

Һуңғы йылдарҙа былай ҙа күп коммуналь түләүҙәргә сүп-сар килеп өҫтәлде. Күндәм халыҡ кеҫәһен тырнай-тырнай, һөйләнә-һөйләнә түләй. Һәр ваҡыттағыса, түләмәгәндәр ҙә байтаҡ. Ике йыл элек Ғәзизә ҡарсыҡтың 60 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән бабайы үлеп ҡалды. Бабай, йәне йәннәттә булһын, һуңғы йылдарҙа түшәктә генә ятты һәм түләү хаҡын да түгел, ҡайһы ваҡыт үҙен дә онота торғайны. Мәңгелеккә күсеп китте. Шартына килтереп, өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡынылар. Ләкин ни хәл итәһең, бабайҙың бирәһеләре, күрәһеләре бөтмәгән икән. Уның өсөн хәҙер Ғәзизә  ҡарсыҡ яуап бирә, ә юғарылағылар үҙ эшен яҡшы белә. Ай һайын ҡартының бурысын иҫкә төшөрөп, хатта пенялап, ҡағыҙ ебәреп торалар.

БУРЫСЫҢДЫ ТҮЛӘМӘЙЕНСӘ ҮЛМӘЙ ТОР Фельетон
БУРЫСЫҢДЫ ТҮЛӘМӘЙЕНСӘ ҮЛМӘЙ ТОР Фельетон

Ҡарсыҡ түләр ине, тик аңлатыусы юҡ. Ҡартының элекке бурысы ҡалған, мөлкәт уның исемендә, тимәк, хәҙергеһе лә арта бара.

Эйе, сүп-сар тураһында закон көслө, ул бурысты ҡайтарыуҙы талап итә. Ҡыҫҡаһы, үлергә рөхсәт юҡ һәм булмаясаҡ. Ҡарсыҡ ғәҙеллек юллап барып етер ине, барып етер әмәл генә юҡ. Хәҙер милеккә ул хужа булғас, барыһы өсөн дә уға түләргә тура киләсәк, хатта ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын инде, ҡарты өсөн дә. Әлегә ярай, бабайҙың яҡты рухын бимазалап, уға сүп-сар өсөн түләүен талап итеп кенә мәшәҡәтләнәләр. Ә түрәләр ныҡ, законды белә һәм бурысты тиненә тиклем ҡайтармайынса, тынысланмаясаҡтар.

Яҡты донъя менән бәхилләшеү генә бер кешегә лә бурысты түләүҙән азат итеү өсөн хеҙмәт итмәй. Киреһенсә, был осраҡ чиновниктар файҙаһына, уларҙың эше еңелләшә, мәрхүм бик теләһә лә, һуңғы теркәлгән урынын алыштыра алмай. Тимәк, эҙләп йөрөргә лә кәрәкмәй. Дәһшәтле ҡағыҙҙы ебәрәһәң дә, бурыстың ҡайтарылғанын көтәһең.

 

                                                                                              М. ҠАРАБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: