Шәрифтән айырмалы, хәҙерге урам таҙартыусылар, йәғни дворниктар, быйыл ифрат йонсоно. Әгәр ҡар ишелеп яуған һайын көрәп торһалар, быйыл уларҙан да күп эш хаҡы алған кеше булмаҫ ине. Ләкин ҡар көн аша яуып тора, юлдар өҙөлә, халыҡ ялыуҙар яҙа, әммә күпселек көрәккә йәбешергә ашыҡмай. Халыҡ шағирының геройы хәҙергеләрҙән айырмалы яҡшы белгән, яуа икән – ҡарҙы көрәргә кәрәк. Сөнки эш хаҡын һиңә биләмәгә яуған ҡарға ҡарап түгел, ә эшкә сыҡҡан өсөн түләйҙәр. Шуны иҫтә тотоп, ҡар таҙатыу өсөн яуаплы түрәләр аҡсаны янға ҡалдырыу маҡсатында дворниктарҙың эш хаҡын кәметкәндәр, байтаҡ урам һепереүсене ҡыҫҡартҡандар. Хәҙер эштәрҙе яйға һалыу өсөн тырышырға тура килә. Урамдарҙа тракторҙар һәм дворниктар күберәк күренә. Ләкин уларға еңел түгел, сөнки ҡар таҙартыуға урамдарға ташлап кителгән автомобилдәр ҡамасаулай. Ҡар яуа… Был осраҡта Шәриф ни эшләр ине, тип уйлайһығыҙмы? Ул көрәген алыр ҙа һәр урамдың хужаһы менән хаҡын килешер һәм еңдәрен һыҙғанып ҡыуана-ҡыуана көрәр ине.
Р. ҠАРАБАЕВ.