Әмәлгә ҡалғандай “Дания морягы” туйҙы ашыҡтыра, хатта бының өсөн үҙе йөҙгән карапты ярға яҡынайтыуға өлгәшә. Әлбиттә, беҙҙең яҡташыбыҙ һәм уның аҡсаһы иҫәбенә.
Сит ил морягының саф рус телендә аралашыуы яҡташ ханымды аҙ ғына ла шикләндермәй. Киреһенсә, нығыраҡ яҡынайта. Шул арала ҡатын бәхеткә ирешеү өсөн үҙенең бар мөмкинлектәрен файҙалана һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытта морякка 1 миллион 250 мең һум аҡсаһын күсереп өлгөрә. Ошондай йомартлыҡтан һуң моряк юҡҡа сыға һәм уның телефоны яуап бирмәй. Ә эске эштәр органдары ҡатындың ғаризаһына ярашлы, тәфтиш эше асып ебәрә һәм енәйәтсене эҙләй башлай. Был осраҡта мут кейәүҙе табыу мөмкин булмаған эш тип баһалай хоҡуҡ һаҡлау белгестәре.
Эйе, һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар. Бының өсөн хатта аҡса ла йәл түгел. Ләкин алданғанда ла сит-ят кешегә ышаныуҙың да сиге булырға тейештер.
Р. ҠАРАБАЕВ.