+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Кинола үс алыу...

Әгәр герой……американ икән, ул ярты йыл буйы көн-төн күнегеүҙәр яһай, шунан барыһын да туҡмап ташлай, ә үҙен рәнйетеүсене полицейскийҙарға тапшыра.

Кинола үс алыу...
Кинола үс алыу...

…Тибет монахы икән, ул рәнйетеүсе­һен ғәфү итә, ярты йыл буйы ашамай һәм уның өсөн Буддаға табына.
…итальян икән, ул ярты йыл буйы дон Джованниға эшләй, ул ҡушҡан бар эште лә башҡара, шунан уның фатихаһын алғас, үҙе менән тағы өс мафиози эйәртеп килеп, уның ғаиләһе алдында үҙен рән­йетеүсене теге донъяға оҙата.
…Рәсәй кешеһе ярты йыл буйы баш күтәрмәй эсә, машинаһынан, фатирынан яҙа, үпкәһе әкренләп онотола, ул йылылыҡ-энергетика үҙәге янындағы торбалар өҫтөндә бауыр циррозынан аяҡ һуҙа.
…индеец ярты йыл буйы йырлай, шунан үҙен рәнйетеүсе янына барып, уның сикәһенә алмаш-тилмәш 700 – 800 тап­ҡыр һуға, ул йырлағанда яуыздың һаҡ­сылары үкереп илай һәм ҡон ҡайта­рыусыны ҡыҙғана, ә тәүбәгә килгән үп­кәләтеүсе уға үҙенең яратҡан ҡыҙын кейәүгә бирә.
…йәһүд ярты йыл буйы нисек үс ала­сағы тураһында шапырына, бының өсөн барыһынан да бурысҡа аҡса ала, биш ай ҙа егерме туғыҙ көндән һуң шым ғына Хайфаға күсеп китә.

КИНОМАН.

Фото: u-f.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: