Юмор эйәһе ҡыҙыҡлы әҫәрҙәре менән төньяҡ баш ҡала халҡын көлдөрөп кенә ҡалмай, урыҫ шағирҙарының шиғырҙарын башҡорт телендә уҡып та шаҡҡатыра. Атаҡлы юморист Мар.Сәлимдең йәнә бер осрашыуы Татарстандың төньяҡ баш ҡалаһындағы Даими вәкиллегендә үтә. Был сара Өфө, Питер, Ҡазанды берләштергән ижад кешеләренең бик йылы әңгәмәһенә әйләнә. Уларҙың был ҡалалар менән бәйле иҫтәлектәре лә күп икән. Шуғалыр ҙа, кисә бик йылы һәм туғандарса мөнәсәбәттә үтә.
Осрашыуға ижад әһелдәре, төрлө быуын вакилдәре килгән. Мар.Сәлим үҙенең өлкән дуҫтары – мәшһүр башҡорт һәм татар яҙыусылары хаҡында иҫтәлектәрен һөйләй. Башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрен уҡый, һорауҙарға яуап бирә. Иҫтәлеккә яҙыусы Ҡазан вәкиллегенә “Осорона күрә йыры” китабын да бүләк итә.
Билдәле Питер яҙыусыһы һәм журналист Павел Замаратский былай ти: “Марсель Сәлимов ябай сатирик ҡына түгел. Ул шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ысын Халыҡ яҙыусыһы. Башҡортостан Республикаһыныҡы ғына түгел, ул – бөйөк Рәсәйҙең халыҡ яҙыусыһы!”
https://kiziltan.ru/articles/obchestvo/2022-09-06/halyk-yazuchysy-t-nyak-bashkalany-balkytty-2937617
Фото: Vk “Невский альманах”