-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Матур апай

Бөгөн баяғы вә зиннәтле, вә хөрмәтле , һары алтын кеүек ҡиммәтле бикәмдәр менән күңелле мәшәҡәттәр артынан Йылайыр урамын гиҙеп йөрөп ятабыҙ. Ҡаршыға сәстәрен бейеееееек итеп өйгән ҡатын килә. Ул сәсен ғүмер буйы шулай ҡуйған Иван иптәштең һылыу ҡыҙы Ирина. Беҙҙең райондың матттууур ҡатындарының береһе ул Ирина Ивановна.

Матур апай
Матур апай

Шуға бәйле бер ваҡиға иҫкә төштө. 

Ни өсөн ғүмер буйы тейем, мин бишенсе класта уҡығанда беҙҙең Һабыр мәктәбенә дәрес ҡарай килде. Кем генә булып эшләгәндер, шул тикшереп йөрөгәс, мәғариф тирәһе булғандыр инде. Беҙҙә Нурия Хамзовнаның дәресе бара, рус теле. Миндә дәрес ҡайғыһы юҡ. Тегене күҙәтәм. Уның кейеменең матурлығы. Түфлиенең ослолоғо. Тырнаҡтары яп-ялтыр ғына. Ҡулдары ап-аҡ. Партаға һалып үҙемдең кимерелеп бөткән тырнаҡтарҙы ҡарап -ҡарап алам, әҙәм ҡарағыһыҙ. Ә тегенең сәсе лә иҫ китмәле инде. Мин уны һәләк оҙон толомло итеп күҙ алдына килтерәм. Нисек улайтып алып барып өйөп ҡуйған, тағы бер мөғжизә. Үҙе фигуралы, ябыҡ ҡына, бәләкәс кенә. Тере барби кукла инде. 

Хамзовна күрәлер инде минең асылып китеп яба алмай ултырған ауыҙҙы. Ваҡыт-ваҡыты менән: "Туляшева!"- тип замечание эшләй. 

Юҡ мин баяғыны баштан-аяҡ текләйем. Башым үҙенән үҙе теге тикшереүсе яғына борола ла китә.

Дәрес бөттө, ҡайтып киттек. Өйҙә ауыҙымдың һыуын ҡоротоп, күҙҙе йомоп ебәреп, һөйләп бөтә алмайым. Ныҡ матур апай килде дәрескә, ундай кеше беҙҙең ауылда юҡ, тейем. 

Атайым аптырап: "Шулай ныҡ матурмы?"- тей. "Ныыыыыҡ матур",- тейем. "Минең өтөкәйемдән матур кеше юктыр, тиһәм, атыу әсәйеңдән дә матурмы?,"- тей.

Һауынсы булып эшләп, һыйыр һауып йонсоп, арып ҡайтып, мейескә терәлеп кенә торған әсәмә ҡарап ултырҙым да: "Әсәйҙән дә матур!"- тип ебәрҙем.

Атайым ырғып килеп торҙо ла, шифанирҙан ҡунаҡҡа ғына кейә торған джинсы салбарын эҙләй башланы. Аптырап киттем дә: Ҡайҙа бараһың ул?" - тигәйнем, "Баяғы апайға китәм, әсәйеңдән дә матур тейһең дә инде,"- тимәһенме.

Ҡот осто. Атай ысын йыйына башланы. "Атай китмә, атай китмә, бажалыста, атай!"-тип илаулай башланым.

"Юҡ китәм, ҡайҙа минең күлдәк, өтөкәй (әсәйемә әйтә торғайны), күлдәк ҡайҙа ул, теге апайға китәм,"- тип ҡабалана. Әсәй ҙә килешкән, кейем эҙләшә башланы. 

"Атай, улар давно ҡайтып китте, атай, алданым бит, атай, китмә, улай уҡ матур түгел ул, атай!" - тип ысынтылап илай башланым. 

Ҡапыл туктаны ла:"Әсәйеңдән матурмы?"-ти."Юҡ , әсәйҙән матур түгел, атай, әсәйем ныҡ матур", - тип һулҡылдайым. "Вот ана шулай тиең, әсәй иң матуры була, әсәйең матур булғас китмәйем инде,"- тине.

Мин иркен тын алдым, шулай ҙа атай кире уйлап сығып китмәһен, тип матурға кейә торған күлдәге менән джинсы ыштанды йәшереп ҡуйҙым.

Атайым был донъяла инде егерме биш йыл юҡ, ә теге апай һаман шулай матур көйө, һаман шулай зауыҡлы, нәзәкәтле, әйтерһең теге рус теле дәресе кисә генә булған...

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

 

Автор:
Читайте нас: