+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш һәм Ел хаҡында

Бер ваҡыт ҡояш менән Ел осраша һәм, кем көслөрәк, тип бәхәс ҡора.– Мин көслө һәм ҡөҙрәтле, – ти Ел. – Еңел генә ғәрәсәт һәм ел-дауыл килтереп сығара алам. Хәҙер һиңә үҙемдең иң көслө икәнлегемде иҫбат итәсәкмен. Ана, плащ кейгән бер ир килә. Бер өрөүем менән уның плащын систереп аласаҡмын.

Ҡояш һәм Ел хаҡында
Ҡояш һәм Ел хаҡында

Һәм Ел ныҡ итеп өрә башлай. Ул бер тапҡыр өрә, ике, өс. Һәр өргән һайын тыны көсәйгәндән-көсәйә бар. Тик ир плащына ныҡ итеп йәбешә. Ләкин Ел тынысланмай, асыуланып, тағы ла нығыраҡ иҫергә һәм өйрөлөргә тотона. ҡот осҡос буран сыға. Ә ир плащына нығыраҡ тотона һәм уны бер ҙә ысҡындырғыһы килмәй. Ниһайәт, Елдең хәле бөтә. Бер аҙ тынысланғас, күктә ҡояш күренә. Ул юлсыға мөләйем йылмая һәм үҙенең наҙлы нурҙары менән йылыта. Тәүҙә ир ҡояшҡа бик иғтибар итмәй. Тик ҡояш нурын һибеүҙән туҡтамай. Ул ирҙе үҙенең мөхәббәтле һәм тылсымлы йылы нурҙары менән һаҡ ҡына иркәләй. Ир ҡояштың нурҙарына йылына һәм уға ҡарап матур итеп йылмая ла, яңы ғына үткән ғәрәсәт хаҡында онотоп, өҫтөндәге плащын һала.
– Бына, күрәһеңме, – ти ҡояш Елгә, – наҙлылыҡ, мәрхәмәтлелек, изгелек, шәфҡәтлелек, түҙемлек һәм мөхәббәт һәр саҡ ярһыу­лыҡтан, ғәрәсәттән, ҡотороноуҙан юғарыраҡ.

Фото: good-russia.ru

Автор:
Читайте нас: