-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Һоранып йөрөүселәр күп булды

(Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНАның  “Һуғыш яралаған бала саҡ“ китабынан бер тарих). Менәүәрә Абдулла ҡыҙы ШАФИҠОВА (хәҙер ҒӘЛИУЛЛИНА), 1928 йылдың 26 февралендә Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 13 йәштә була.  

Һоранып йөрөүселәр күп булды
Һоранып йөрөүселәр күп булды

«Волхов тигән ергә еттек. Башта поезд менән килдек. Бында һаҙлыҡ. Ҡайын ағастарын киҫеп, шахмат тәртибендә һалдыҡ та шунда яттыҡ. Өҫтән немец самолеттары осоп үтте..» тип атайымдың кемдәндер яҙҙырған хаты килде. Үҙе яҙа белмәй ине. Башҡа хәбәре булманы.

...Атайымды һуғышҡа 1942 йылдың 10 ғинуарында алып киттеләр. 5 декабрҙә әсәйем ике игеҙәк малай тапҡайны. Береһе шунда уҡ үлде. Икенсеһе 40 көнлөк кенә булып ҡалды. Апрелгә тиклем Табында һуғышҡа өйрәткәндәр, шунан алып киткәндәр.

«Хәбәрһеҙ юғалды» тигән хаты ике тапҡыр килде: береһе – һуғыш барғанда, икенсеһе – һуғыш бөткәс.

Әсәйем Кәримә биш бала менән яңғыҙ ҡалды. Мин иң ҙуры. Хәмиҙулла – 1930, Рауил – 1932, Зәбирә – 1939, Факил 1941 йылғы.

Әсәй «Сит йылға» колхозында эшләне.

Мөрйә башына, һәр өйгә әрҙәнә ҡырҡырға план бирәләр. Мин әсәй урынына киттем. Минең менән бергә Разия Хәбибуллина, Нәғимә Мөхәмәтова, Гөлйыһан һәм Мәүсилә Шафиҡовалар, Маһинур Латипова, Зөлфиә Әсәҙуллиналар барҙы. Зөлфиә апайҙың өйҙә биш балаһы ҡалған. Ире Нуриәхмәт ағай һуғышта Орел ҡалаһында үлгән. Балалары ас ултыра. Ашарҙарына бер нәмә лә булмағас, Зөлфиә апай, балаларын әүрәтер өсөн, мунса ташын суйынға һалған да ҡайнатҡан. Үҙе малайҙарына: «Бына ҡаты, һаман бешмәй», – тип әйтә икән. Тегеләр көтөп-көтөп, арып, йоҡлап китәләр, шунан ғына үҙе лә ятып йоҡлай. Һуңынан 1929 йылғы иң өлкән малайы Әнүәр ҙә әрҙәнә ташырға йөрөнө.

Һуғыш туҡтағансы йөрөнөк әрҙәнәгә. Ҡырмыҫҡалыла, Казанкала, Ҡамышлыла, Архангелдә, Аҡкүлдә булдыҡ.

Делауай тигән йыуан ағастар 5-7-9 метр оҙонлоғонда. Уҫағы ла, йүкәһе лә, ҡайыны ла бар. Шуларҙы берәүҙәр ҡырҡа, икенселәр ат менән һөйрәтеп тауҙан төшөрә. Саналарға тормоздар эшләп алалар. Иҙел буйына алып барып һалғас, яҙ ағыҙып ебәрәләр. Кәрәк ерҙә тоталар. Ҙурҙарын ярып, барак төҙөгәндәр.

Кешелә фатирҙа йәшәйбеҙ. Үҙебеҙ алып килгән бәрәңгене ашайбыҙ. Колхоз веялканан төшкән сүп-сар үлән орлоғон бирә. Шуны бәрәңгегә ҡушып, күмәс бешерәбеҙ. Күбеһенсә әбейҙәрҙә торабыҙ. Ул квартирҙарға колхоз ат менән утын килтерә.

Үҙем сабата яһарға өйрәндем. Бер кейем түҙмәй, запас алып барабыҙ. Туҙһа, ямап ҡуябыҙ. Йәш йүкә ямарға бара. Уны урмандан алып ҡайтып, өйҙә иретеп һыҙырабыҙ. Һаламдан олтораҡ һалабыҙ. Аяҡҡа кәзә йөнөнән нәски кейәбеҙ. Киндер сүбәгенән иләп тә, бәйләп алабыҙ.

Әлдә кәзәбеҙ бар ине. Бәйләргә оҫта булдым. Башымда – мамыҡ шәл, өҫтә – куфайка.

Һәр өйгә налог һалалар. 40 кило ит, 2 тире, 100 йомортҡа, 20 кило май. Бынан тыш, 200 һум – хәрби заем. Яңғыҙҙар ҙа 200 һум түләне. «Холостяк» налогы тиҙәр ине. Һыйырыбыҙ бар ине, көҙ яланда бүре ашаны. Күршеләр һыйырҙарын налогҡа һалғайны, бер нисә кеше уларға яҙылдыҡ. Бер һыйыр 40 килограмм ғына булмай бит инде. Күршеләргә бурысыбыҙҙы аҙаҡ түләйбеҙ. Йә аҡсалата, йә башҡа нәмә менән. Итте шулай түләнек. Тирене лә һатып алабыҙ. Шәл бәйләп һатабыҙ. Ауылда алыусылар бар. Онға ла алмаштырабыҙ. Бер тапҡыр бер шәлде бер бот арыш онона алыштырҙыҡ. Шуның менән йәшәнек.

Йомортҡаны ла, майҙы ла шул аҡса менән түләнек.

Яҙ, йәй, көҙ колхозда эшләнек. Ер ҡаҙҙыҡ. Һәр кемгә дүртәр сутый ер бүлеп бирәләр. Нормаңды үтәһәң, 400 грамм он бирәләр. Беҙ өсәр норма үтәйбеҙ. Бер килограмдан артыҡ он була. Уны, үләнгә ҡушып, бер-ике көн ашайбыҙ.

Ҡарауыл яланында беҙ ҡаҙған ергә бойҙайҙы бабайҙар ҡул менән һибеп сәсә ине.

Ат ҡолағын һыйыр ҙа, ат та ашаманы, беҙ ашаныҡ. Бесәй тарыһы ла, алабута япрағы ла, балтырған менән ҡуян тубығы ла – береһе лә ҡалманы, барыһын да ашаныҡ. Тамаҡ туйҙыра торған үләндәр бөткәс кенә ат ҡолағына күсәбеҙ.

Йәй утауға сығабыҙ. Иген ваҡыты еткәс, көлтә бәйләйбеҙ, иген һуғабыҙ, веялканы әйләндерәбеҙ. Бында күберәк төндә эшләйбеҙ. Веялкала елгәргәс, ашлыҡты тоҡтарға тултырабыҙ ҙа арбаларға тейәшәбеҙ. Малайҙар бәләкәс, көстәре етмәй. Улар 15-16 саҡрым алыҫлыҡтағы Аҡкүлдәге заготзернаға алып китәләр. Төндә китәләр, таңға ҡайталар. Шунан тағы китәләр.

Көҙ сентябрҙән үк беҙҙең кеүек ҡыҙҙарҙы тағы әрҙәнәгә алып китәләр.

Һәйбәт уҡый инем. 7-се класты бында бөттөм. Уҡыу булманы инде. Шулай ҙа экзаменға саҡырҙылар. Ул ваҡытта «СССР Конституцияһы» тигән дәрес була торғайны. Шунан «Колхоз инвентары нимә була?» тип һорау бирҙеләр. Мин: «Арба, сана, жнейка, лобогрейка...» – тип һанап сыҡтым. Ҡалған экзамендарҙы ла гел «бишле»гә бирҙем. Шунан миңә 7-се класты бөткәнгә документ бирҙеләр. Артабан уҡый алманым инде. Документтарым Бишауыл-Уңғарҙа ҡалды. Поезда барғанда ла, квартирҙа торған өсөн дә түләргә аҡса кәрәк. Шулай итеп уҡымайса ҡалдым.

Ныҡ аслыҡ башланғас, ауылда сталауай астылар. Күмәк ас балаларҙы йыйып ашаттылар. Рауил туғаным да шешенгәйне. Америка паегы ашап йүнәлде. Кукуруз ҡоймағын да, йомортҡа ононан бешерелгән ҡоймаҡ та ашаттылар.

Һоранып йөрөүселәр күп булды. Ишекте элеп ултырһаҡ та, тәҙрәнән киләләр ҙә ҡарайҙар. Ҡорманай ауылынан Әбүзәр исемле, Бәпестән Хөснөтдин тигән кешеләр хәйер һорашып йөрөнө. Икеһе лә телһеҙ ине. Тәҙрәнән ҡараһалар, ҡурҡып илашабыҙ.

Әсәйемдең әсәһе Фатима нәнәйем бөтә туғандарҙың балаларын иртә менән ҡарап йөрөп сыға торғайны. Әсәй эштә. Төндә генә ҡайта. Таң менән китә. Балаларҙы уятып, нимә бар шуны ашатып, һоранып йөрөүселәр инмәһен тип, ҡапҡаны бәйләп китә. Мин өйрә бешереп ҡуям. Шуның лоғор-лоғор ҡайнағаны гел ҡолағымда яңғырап тора ине.

Беҙҙән һуң Фатима нәнәйем Разия апайҙың, Сәғәҙәт абзыйымдың, Өммөгөлсөм апайҙың балаларын уятып, ашатып, тикшереп-барлап сыға.

Көлтә бәйләгән саҡта яланда эш ныҡ күп була. Бер ваҡыт ҡатындар ҡараңғыға хәтле эшләп, Ләкәнде янына барып сыҡҡандар. Ут булмағас, аҙашҡандар. Биш кешене ат менән барып алдылар.

Фронтҡа нәски, бейәләй бәйләйбеҙ, ҡулъяулыҡ сигеп ебәрәбеҙ. Магазиндан һатып алып махорка ла һалабыҙ. Уның өсөн тоҡсай тегәбеҙ. Урап тартырға гәзит ебәрәбеҙ.

Һуғыш ваҡытында ауылға Мәскәүҙән эвакуация менән кешеләрҙе килтерҙеләр. Уларҙы өйҙәргә таратып бирҙеләр. Ҡыш килделәр. Аяҡтарында – туфли. Еп ойоҡ ҡына кейгәндәр. Үҙебеҙҙең балалар күп булғас, беҙгә индермәнеләр. Берәүҙәренең йәш балалары бар ине. Әллә астан, әллә сирләп эй илай. Йылы кейемдәре лә булмағас, магазинға ла бара алмай ултырҙылар. Шунан тиҙ арала уларҙы Өфөгә алып киттеләр.

Тоҙға Ишембайға йөрөнөк. Ҡайнатҡанды алып ҡайта инек. Ул ҡап-ҡара була торғайны. Аҡса юҡ. Вагонға йәбешеп барабыҙ, йәбешеп ҡайтабыҙ. Бер ваҡыт Ҡуғанаҡта, икенсе юлы Нуғаҙаҡта һөйрәп төшөрөп ҡалдырҙылар. Ә беҙҙең ауылға ҡайтыр өсөн 5-се разъезда төшөп ҡалырға кәрәк ине. Мине Нуғаҙаҡтағы бер әбей алып ҡайтты. Улар Аҡкүл станцияһына бәрәңге һатырға барғандар. Саналары буш. Минең тоҙҙо шунда һалып алдылар. Мин атлап ҡына барҙым. Уларҙа йоҡлап, иртәгәһенә бер бот тирәһе тоҙҙо үҙемә бүлеп алдым да ҡалғанын, ҡундырып сығарған өсөн хәйер булыр, тип уларға ҡалдырып киттем.

Яландан йыйған үлән менән сәй эстек. Ҡытай сәйе тигән бер үлән була торғайны. Ҡышҡылыҡҡа шуны күп итеп йыйып ҡуябыҙ. Ә йәй әсәйем самауыр ҡайнатһа, йылға буйынан тиҙ генә еркә тигән үләнде алып килеп һалабыҙ. Ҡыш яғырға Ҡарауыл тауына ағас ботаҡтары йыйырға Хәмиҙулла, Рауил ҡустыларым менән ике санала барабыҙ. Иртүк тороп китәбеҙ. Ризуан Саттаров тигән бабай лесник ине. Ул күреп ҡалһа, саналарҙы вата, бауҙарҙы киҫә. Үҙе сана яһай ине. Былар тағы минән сана һатып алһын, тип ваталыр инде. Урманға үҙе хужа булғас, ағас уныҡы. Бәләкәй арба ла яһай. Ҡыш – санаһын, йәй арбаһын Нуғаҙаҡ баҙарына алып барып һата. Хаҡына бер бот он йә бер кәзә алып ҡайта. Шулай ғаиләһен аҫраны. Ә беҙгә өйгә яғырға ағас ботаҡтарын да йәлләне.

Һыйырыбыҙҙы бүре ашағас, беҙ ҙә кәзә, һарыҡ һатып алдыҡ. Бәрәңге сәстек. Шулай йәшәнек.

...Һуғыш бөткәс, халыҡты силсәүит янына йыйҙылар. Беҙҙең кеүектәр илашып ҡайтып китте...

Еңеү иғлан ителгәс, икмәк хаҡын 20 процентҡа төшөрҙөләр. Сталин ирһеҙ ҡатындарға бала табырға рөхсәт иткән, уларға аҡса бирәбеҙ, тигән.

...Атай һуғышҡа киткәндә 40 көнлөк кенә булып ҡалған Факил туғаным атайымдың яу юлдары буйлап йөрөп ҡайтты. Теге ваҡыт хатында, немец самолеттары үтеп китте, тип хәбәр ебәргәндән һуң, кире урап килгәндә дошмандар беҙҙекеләрҙе утҡа тота. Күбеһе үлә.

...Ржев ҡалаһын алғанда атайым менән бергә тағы бер Шафиҡов фамилиялы һалдат була. Ағас башында ултырған немец снайперы уларға атҡан. Иптәше шунда уҡ үлгән. Атайым ялан санитарҙарына үҙенең исем-фамилияһын, Ләкәнде ауыл Советынан икәнлеген, ҡатынының исеме Кәримә булыуын, биш балаһы барлығын әйтеп өлгөрә.

Быға тиклем немецтар урындағы халыҡтан ҡәбер ҡаҙҙырып, аҙаҡ шунда үҙҙәрен атып киткән булалар. Соҡорҙа күммәй ҡалдыралар. Беҙҙекеләрҙең ялан санитарҙары атайҙы ла шунда һала. Аҙаҡ ауыл халҡы күмеп ҡуйған. Факил туғаным менән бергә барған эҙәрмәндәргә шул замандан иҫән ҡалған бер генә әбей ҡәберлек урынын күрһәтеп, һөйләп бирә. Ҡустым атай ҡәберенә тыуған яҡ тупрағын һалып ҡайта.

Фото: unikassa.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в