-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Паклыҡ – имандың яртыһы

Ҡулдың паклығы. Үҙеңдеке булмаған әйберҙәрҙе алмаҫҡа һәм байлыҡтың ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға бирергә, ябай ғына итеп әйткәндә, саҙаҡа биреп ярҙам итеүҙә һаран булмау.

Паклыҡ – имандың яртыһы
Паклыҡ – имандың яртыһы

Ҡолаҡтарҙың паклығы. Йәғни ғәйбәт, фетнә һәм дошманлыҡҡа саҡырыусы һүҙҙәрҙе тыңламау.

Күҙҙәрҙең паклығы. Кешеләргә хөсөтлөк, боҙоҡлоҡ, ҡотҡо менән ҡарамау.

Ауыҙҙың паклығы. Буш һүҙҙән, ғәйбәттән һәм сиктән сығып һөйләүҙән тыйылыу. “Һөйләшеү көмөш булһа, һөйләшмәү – һары алтын”, тиҙәр бит.

Тәндең, кейемдең һәм йәшәгән урындың паклығы.

Уй һәм фекерҙең паклығы. Йәғни гонаһлы фекерҙәргә юл ҡуймау. Бигерәк тә кешеләр хаҡында бер ҙә юҡҡа насар уйламау.

Йөрәктең паклығы. Көфөрлөк, тәккәберлек һәм хөсөтлөк сирҙәренән таҙа булыу.

Таҙалыҡ хаҡында һүҙ барғанда. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең “Паклыҡ – имандың яртыһы”, тигән һүҙен иҫкә төшөрмәү һис мөмкин түгел.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: