Һалдаттың хеҙмәте тамамланғас, үҙәк вокзалда осрашырға һөйләшә улар. Теге серле ҡыҙ һалдатына, ҡулымда бер бөртөк рауза сәскәһе булыр, тип аңғартҡан. Егет уйға ҡалған. Уның бит был ҡыҙҙы бер ҙә күргәне юҡ. Төҫкә-башҡа күркәмме-түлелмелеген белмәй. Ул күҙ алдына килтергәнсә оҙон ҡара сәсле, һомғол буйлы булмай сыҡһа, ни эшләр? Ошондайыраҡ уйҙар менән кисәге һалдат вокзалға килә, һәм сәғәт биште һуҡҡас, ҡулына һыңар рауза сәскәһе тотҡан илле йәштәр тирәһендәге ханым пәйҙә була. Егет ваҡиғаларҙың бындай боролош алырын көтмәй, әлбиттә. Шулай ҙа ҡатын янына барып та тормай әйләнеп китеүҙең ҡурҡаҡлыҡ билдәһе буласағына төшөнә. Ни тиһәң дә, был ҡатын уға өс йыл дауамында хаттар яҙҙы, бүләктәр ҙә ебәрҙе. Ул бындай мөнәсәбәткә лайыҡ түгел, тип уйлай ҙа кисәге һалдат, әлеге ханым янына килеп, үҙе менән таныштыра. Ә ҡатын иһә морякка яңылышыуы хаҡында хәбәр итә. “Рауза һинең артыңда тора”, - ти ул. Егет борола һәм үҙе менән бер йәштәр самаһындағы һылыу ғына ҡыҙҙы күрә.
Һылыу ғына түгел, ифрат аҡыллы ла булып сыҡҡан был ҡыҙ. Егет, өлкән йәштәге ханымды күреп, боролоп китһә, үҙен танытып та тормаҫҡа ҡарар иткән икән ул.
Тормошта шундайыраҡ хәлдәр ҙә булғылай...
https://shonkar.com/articles/sy-may-an-a/2020-07-24/y-yl-rauza-317374