Вахтанан эштән ҡайтҡас, бер туған апайыма ҡунаҡҡа барып киләйем тип район үҙәгенә киттем. Өйҙәренә барып керһәм, геү килеп апайым килене менән сәс буяй. Иҫәнлек-һаулыҡ, хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, апайым миңә, әйҙәле, ҡустым, һинең дә сәсеңде буятайыҡ, йөрөмә ҡарт бабайҙар шикелле аҡ баш менән, тип әйтеп ҡуйҙы. Уны-быны уйламай ризалаштым. Килен менән икәүләп минең башты әкиәттәге Фея һымаҡ сихырлай башланылар. Шунан һуң башыма шыптыр тоҡ кейҙереп, ун биш минут йөрөп торорға ҡуштылар. Урамға сығып бер тәмәке тартҡансы ваҡыт үтеп тә киткән. Башҡа кейҙерелгән тоҡто сисеп ташланыҡ та сәсте йыуа башланым. Тегеләр шырҡ-шырҡ көлә. Мин иҫәр уйҙар менән үҙемде йәш егеттәр һымаҡ тойоп ҡуйҙым. Таҫтамал менән сәсте киптергәс, теге икәү йығылып ятып көлә башланы.
— Ниңә шул тиклем көләһегеҙ? — тим.
— Көҙгөгә ҡара, шунан белерһең.
Ҡараным да саҡ артҡа йығылманым. Көҙгөлә мин түгел, ә ҡыҙыл башлы берәү баҫып тора. Йөҙө менән миңә лә оҡшап ҡуйғандай, сит планета кешеһе лә тиерһең. Көлөргәме, иларғамы? Теге ике "оҫта"ның миңә ҡарап көлгәненә асыуым килә.
— Һеҙ нимә, минән көлөргә уйланығыҙмы? Ниңә хихылдашып ултыраһығыҙ? Хәҙер мин ошолай йөрөргә тейешме? — тип тетергә керештем.
— Бәлки, буяуҙың яраҡлылыҡ ваҡыты үткәндер, — тип аҡлана башланылар.
Кеҫәнән янсыҡты сығарҙым да:
— Мә, килен, аҡса, теләһә ҡайҙан яңы буяу алып ҡайт, ҡара төҫтә булһын, бар йүгер, бер аяғың — бында, икенсеһе... — тип ҡысҡырҙым.
Киленде әйтәйем, тиҙ генә ҡайҙандыр өр-яңы ҡара буяу тотоп ҡайтып та керҙе. Ике "оҫта" үҙ ғәйептәрен юйыр өсөн буяу һауытында яҙылған ҡағиҙәләрҙе ентекләп уҡып сыҡты ла тотондо минең башты тағы ла "сихырларға". Буяп бөткәс, башҡа тоҡсай кейҙереп, йәнә ун биш минут йөрөргә ҡуштылар. Ваҡыт үткәс, йыуырға булдыҡ. Йыуҙыҡ. Көҙгөгә ҡарай һалдым. Миңә йәшел башлы бер әҙәм ҡарап тора. Теге ике "оҫта"ға боролоп:
— Шунан, ни эшләттегеҙ минең башты? — тинем дә ултырғысҡа барып ултырҙым. — Хәҙер нисек кеше күҙенә күренергә?
Бер аҙ уйланғас, бөҙрәханала эшләгән Галя иҫкә төштө. Килендең косынкаһын пират һымаҡ башҡа бәйләп алдым да киттем бөҙрәханаға. Унда барып кергәс, Галя:
— Әйҙүк, түрҙән уҙ, — тип ҡаршы алды. Хәл-әхүәлде һорашҡас, косынкамды сисеп ебәрҙем. Галяның күҙе дүрт булды, ауыҙын асып нимә әйтергә белмәй тора.
— Галя, сәсемде ал, — тигәс кенә, иҫенә килеп:
— Кем шундай матур сәсеңдән көлдө? — тип йылмайҙы.
— Иҫәр башым, иҫәр башым! — тип сәс ала торған креслоға барып ултырҙым.
Энгель ҒӘЙФУЛЛИН.
https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/10681-basha-tshkn-bl.html