-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Алтын балдаҡ

“Гангрена” тип диагноз ҡуйҙылар ҙа бармағын ҡырҡып ҡайтарҙылар. Ярты йыл үткәс, аяҡ осон киҫтеләр. Ике йылдан тубығынан уҡ ҡырҡтылар. Ә хәҙер икенсе аяғының баш бармағы ҡарая башланы. Атаһын йәлләп, юл буйы илап ҡайтты Илсиә.

Алтын балдаҡ
Алтын балдаҡ
Өйҙә түҙмәй көтөп торған әсәһенә:
– Белмәйем, әсәй, дөрөҫ әйтмәй шикелле. Ҡыҙыңдың ҡулында ҡарғышлы балдаҡ бар, ти, аңламаным уны, – тип яуап бирҙе лә кәртәгә мал ҡарарға сығып китте. Урындыҡта, һыҙлаған аяғын ыуып ултырған Ғәли ҡарт:
– Йә, һөйлә, нимә тигән бағымсы? Аҡса әрәм итеп йөрөй шунда, – тип ҡыҙына һуҡранып алырға онотманы.
– Кем белһен инде, ҡыҙыңдың ҡулында ҡарғышлы балдаҡ бар, тип әйтте.
Ғәли ҡарт, һыҙланыуын онотоп, тәрән уйға ҡалды. Бер аҙ ултырғас:
– Ҡара әле, ҡарсыҡ, иҫеңдәме беҙ өйләнешкән йыл, мин һиңә Магниттан алтын балдаҡ алып ҡайтҡайным. Шул балдаҡты ҡайҙа ҡуйҙың? Кейгәнеңде күргәнем булманы.
– Үҙең беләһең дә инде, миңә бәләкәй булды, Илсиәгә лә яраманы. Йәшлегемдең бер матур хәтирәһе итеп һаҡлай инем ҡыҙ һандығымда. Х класты бөткәс, мәктәп менән хушлашыу кисәһе булған көндә, Ләлә иҫтәлеккә тип һаҡланған, һиңә кейәүгә сыҡҡанда ҡатмарлап теккән күлдәгемде һорағайны, күлдәк араһынан шул балдаҡ килеп төштө. Ләлә алып кейеп ҡарағайны, таман ғына булды. “Ярар, кейеп йөрө, тик юғалтып ҡуйма, олатайыңдың йәшлек бүләге”, – тинем дә уға бирҙем.
Ғәли ҡарт, һикереп торорға теләгәндәй, алға ынтылды… Ләкин ауыртыуға түҙә алмайынса, ыңғырашып, кире урынына ултырҙы.

– Әйт, Илсиәгә. Хәҙер үк Ләләнән балдаҡты кире алһын!
Төнө буйы һаташып, ауырып сыҡты Ғәли ҡарт. Ауыл фельдшеры Алһыу, “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡыртып, Илсиәнең атаһын дауаханаға оҙатты.
Йәйҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ләләнең бала табырға көнө еткәнен белһә лә, Илсиә ҡыҙы янына барманы. Уның үҙен көттө. Ләкин Ләләһе ҡайтманы… Атаһына операция яһағас, шифаханаға ебәргәйнеләр, оҙаҡламай ул да ҡайтырға тейеш. “Ләлә бәпесләһә, атайым да ҡайтһа, эшемде бөтөрөп ҡуяйым әле”, – тип баҡсаға картуф ҡаҙырға сыҡҡайны, Хәфизә әхирәте килеп инде. Ниҙер әйтергә теләп, ыҡ-мыҡ итеп торҙо ла, ҡулын һелтәп:
– Өләсәй булғанһың бит! – тине.
Илсиә ергә ултырҙы ла илап ебәрҙе:
– Минең дә ҡыуаныслы һүҙҙәр ишетәһем бар икән! Ҡасан бушанған? Атайымды алып ҡайтҡас барып килермен, барыбер бергә йәшәйҙәр, никах уҡытырмын, тип уйлап тора инем. Әле бит көнө етмәгән, сентябрь аҙағында тигәйне, яңылыштымы икән?
Хәфизә әхирәтенә торорға булышты ла һүҙен дауам итте:

– Кисә Иршат менән Ләлә Фәрхәнәләргә ҡунаҡҡа барған, әҙерәк эскәндәр шикелле. Мунса инергә булғандар. Мунсала Ләләне тулғаҡ тота башлаған… Йәштәр нимә белә инде, көнө лә етмәгәс, бәпесләйем икән тип уйламағандыр инде. Ныҡ ауырый башлағас ҡына, Иршат фельдшер Алһыуға йүгергән. Ул килгәнсе, Ләлә мунсала бәпесләгән дә ҡуйған. “Ашығыс ярҙам” машинаһында килгән духтыр, “бала иҫерек тыуҙы”, тип әйткән. Дауаханаға алып киткәндәр. Әле урамда Иршатты күргәйнем – иҫерек, теле телгә бәйләнмәй. Үтескә аҡса һорай. Әрләнем, әрләһәң дә аңларлыҡ хәлдә түгел.
Һүҙ ишетеп өйрәнгән Илсиә быға бик иҫе китмәне:
– Инде, булғаны булған, әхирәт. Бала иҫән. Ләлә иҫән-һау ҡотолған. Хәҙер үк балнисҡа барам, һин минең өйҙө ҡарап тор. Арҡыры кәртә булып ятам, ләкин ул алкашҡа ҡыҙымды ебәрәһем юҡ! – тип ныҡлы ҡарарға килеп, Илсиә өйөнә ҡарай атланы.
Ысынлап та, Ләлә әсәһенә ҡаршы килмәне. Өйгә ҡайтты. Ейәнсәренә Сөмбөлә тип исем ҡуштылар. Ләлә лә аҡылға ултырған кеүек. Сөмбөләгә йәнен бирергә әҙер. Атаһы ла иҫән-һау йөрөп ҡайтты, фронтовик булғас, хөкүмәт уға инвалид коляскаһы бирҙе.
Ғәли бабай төн уртаһында яман төш күреп уянды. Имеш, йәш сағы. Магнит ҡалаһынан, көнбағыш һатып, ауылдаштары менән ылау яллап ҡайтып киләләр. Урыҫ Метерәйе ауылында гел төшөрөп йөрөгән знакумдары Стәпән ҡартҡа ҡунырға төшкәндәр. Ғәлиҙең ятҡан урыны шул хәтлем уңайһыҙ, йөрәк яғындағы һөйәге ауырта. Тын да ала алмай. Үлеүем шулдыр, ахыры, һөйгәнем Фәриҙәм, балаларым етем ҡала, тип күҙен асырға тырыша, ләкин уныһы асылмай. Өҫтөнә Стәпән ҡарт ултырған да уны быуа, имеш: “Эләктеңме, бур! Мин бит алтмыш йыл көттөм һине, хәҙер Ғазраил фәрештә менән бергә йәнеңде алам. Йә, әйт әле, балдаҡ урлап байыныңмы? Йәнең йәл булһа, бир алтын балдағымды!”
Ғәли белгән доғаларын уҡып: “Стәпән знакум, ғәфү ит, мин һөйгәнемде ҡыуандырғым килгәйне. Ул балдаҡ барыбер бер кемгә лә яраманы, ҡайтам да кире алып килеп бирәм, тик, зинһар, ҡарғама мине, балаларыма теймә. Күрмәйһеңме ни, бына һинең ҡарғышың төшөп аяҡһыҙ ҡалдым!” – тип әйтеп тә бөтөрмәне, уянып китте. Ҡаршы һикелә йоҡлаған, ҡарты аҙ ғына ыңғырашҡанда ла һикереп торорға өйрәнгән Фәриҙә ҡарсыҡ янына килеп:
– Берәй ерең ауыртамы әллә? – тип ҡартының башынан һыпырҙы.
– Ҡайҙа теге алтын балдаҡ?
Балалар уянмаһын тип Фәриҙә ҡарсыҡ шыбырлап ҡына һөйләй башланы.
– Бәпесләр алдынан Ләлә Фәрхәнәләргә ҡанаҡҡа кейеп барған. Мунса ингәндәр, шул ваҡытта балдаҡты сисеп, мунса тәҙрәһенең төбөнә һалған. Иртәгәһенә бәпесләргә китте. Ул балдаҡты Фәрхәнә кейеп йөрөй ине. “Балдаҡ минеке, бир”, – тигәйнем, бирмәне. Хәҙер тағып йөрөгәне лә күренмәй, күрәһең, һатып эскән. Насип булмағандыр… Ҡуй, ҡарт, асыуланма инде.
– Асыуланмайым да, тик һин тыңла әле, теге бағымсыға барып килһен Илсиә. Ә мин һинән ғәфү үтенәм, ҡарсыҡ. – Иҫеңдәме беҙ өйләнешкән йыл? Атайым менән мин, беренсе мәртәбә көнбағыш тейәп, Магнит ҡалаһына киткәйнек. Уны уңышлы ғына һаттыҡ та күп итеп камауай шәкәр, түңәрәк кәнфит, керәндил, ситса тауар һатып алдыҡ. Ә минең һиңә айырым бүләк алғым килгәйне. Һиңә штапель тауарҙан күлдәклек алам тип атайымдан аҡса һораным. Ул миңә: “Хәҙерҙән үк ҡотортма ҡатыныңды, аҙаҡ башыңа менеп ултырыр. Ана ситса тауарҙан тегер ҙә кейер”, – тип бирмәне. Ҡайтҡанда кисләтеп кенә бер урыҫ ауылына индек, атайымдың таныштарына килеп төштөк. Ул көндә Стәпән бабайҙың улы менән килене Мәскәүҙән ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Ҡатындың сибәрлеген күрһәң! Үҙе сибәр булһа ла, уҫаллығы йөҙөнә сыҡҡан. Ну минең иҫ китте! Һәр бармағы һайын алтын балдаҡ кейгән, түшенә таҡҡан мәрйендәре лә ялтлап тора! Атайым урыҫса белмәй, ә мин, армияла йөрөп ҡайтҡас, аҙ-маҙ һупалайым. Урыҫ мейесе башында йоҡлап ҡына китә башлағайным, теге бисә беҙҙе яратмай иренә бәйләнә бит. “Атайыңа әйт, беҙ ҡунаҡҡа ҡайтҡанда был башҡорттарҙы өйгә индерәһе булмаһын!” – ти. Тағы әллә нәмәләр әйтте, онотоп та бөттөм, аңламаған һүҙҙәр ҙә күп булғандыр инде.
Беләһеңме, ҡарсыҡ, мин бит ул балдаҡты урлап алдым. Иртәнсәк ҡараңғынан тороп юлға сығырға йыйындыҡ. Мин толобомдо кейҙем дә көҙгө эргәһенә килеп баҫтым. Көҙгө янында семәрле ҡумта тора ине. Ни өсөндөр асып ҡарай ҡуйҙым. Һушым китә яҙҙы. Ҡумта тулы алтын! Ниндәйе генә юҡ! Күҙҙең яуын ала! Иң өҫтә ятҡан балдаҡты алдым да кеҫәмә һалдым. Инде ҡарсыҡ башҡаһын үҙең беләһең.
Икенсе йылына атайым үҙе генә китте Магнитҡа. Тағы ла Стәпән бабайға төшкән йоҡларға. Теге ҡарт атайыма былтыр беҙ килгән осорҙа алтын балдаҡтың юғалыуын һөйләгән. Ҡартҡа килене бик бәйләнгән. “Һин үҙең йә теге башҡорттарың урлаған балдағымды”, – тип Стәпәндең улы, ҡатынына ышанып, атаһын ғәйепләгән. Улы Иван балдаҡ юғалғандан бирле атаһы янына ҡайтҡаны юҡ икән. Стәпән ҡарт атайыма: “Мине ғәйепһеҙгә рәнйетте киленем. Әгәр урлағандары дөрөҫ булһа, хәйер, быға ышанып етмәйем, Хоҙай бурҙың үҙен рәнйетһен!” – тип ҡарғап ҡалған. Йәшлек менән мин ҡарғышҡа ышанманым, хәҙер ышанам да, һуң шул! Белмәйем, кеше әйберенә бер ваҡытта ла тейгәнем юҡ ине. Ошо хәл тәүгеһе лә, аҙаҡҡыһы ла булды. Аллаһы Тәғәлә кисерерме, юҡмы? Шул гонаһтарымдың шомлоғон татып, нисә йыл аяҡһыҙ ултырам. Урыҫ ҡарғышы төштө миңә, ҡарсыҡ. Алла һаҡлаһын, балаларыма төшмәһен!
Йөрәгенә шом инде Фәриҙә ҡарсыҡтың. Балдаҡ һандыҡта ятҡанда бер ниндәй бәлә килмәгәйне өйгә. Балдаҡ ятҡан һандыҡ мөйөшө ҡартының аяғына төштө. Бер ай үтмәне, шул балдаҡты алып Ләләгә кейҙерҙе. Эх, алдыныраҡ әйткән булһа ҡарты? Үҙе киткән булыр ине Стәпән ҡартты эҙләп! Нисек кенә Илсиәгә һөйләргә? Әгәр һөйләмәһә, бәлә артынан бәлә сығып торор. Ләләне өйгә алып ҡайттылар ҙа ул, теге Иршат һаман килеп аптырата. “Дауаланам, эсеүемде ташлайым”, – ти ҙә бит, кем белә?

Ошо урында хикәйәтемде тамамлап, шуны әйткем килә. Хәҙерге көндә Ләлә менән Иршат матур ғына донъя көтә. Иршат эсеүен ташлаған. Икенсегә малай алып ҡайтҡандар. Илсиәнең улы Ғәлим ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, ситтән тороп ауыл хужалығы институтына уҡырға ингән. Өйләнергә йыйына. Атаһы, Ғәли ҡарт, икенсе аяғын киҫтереп ҡайтҡас, күп тә тормай вафат булған. Фәрхәнә ире менән шул йылда уҡ иҫереп ҡайтып йоҡларға ятҡан, электр сымынан янғын сыҡҡан, тиҙәр. Бәлки, ир тәмәке тартҡандыр, төрлө кеше төрлөсә һөйләй. Икеһе лә янып үлгән. Алтын балдаҡ башҡа кешелә күренмәгән.
– Атайым үлгәс, ул бағымсыға тағы барғайным. Киләсәгемде һорарға түгел, рәхмәт әйтергә, ләкин һуңлағанмын шул: мәрхүм булған. Ҡайтҡас, әбейҙәр йыйып, Зөлхизә апайға бағышлап Ҡөрьән уҡыттым. Шул төндә Зөлхизә апай төшөмә инде. “Ҡулыңды йыуҙың бит, ашарға ултыр!” – тип миңә түрҙән урын күрһәтте, – тип һүҙен бөтөрҙө лә, йылмайып:
– Бағымсының әйткәндәре барыһы ла дөрөҫ килде, тип әйтер инем дә, ул миңә “үҙең кейәүгә сығаһың”, тип әйткәйне, бына иллегә етәм, әле кейәүҙең еҫе лә юҡ, – тине.
– Тормошом тураһында һөйләгәс, еңел булып ҡалды. Тик һаман да әле төндәрен ҡурҡып уянам, Ләләм тағы тәнен һатырға сығып китмәһен, тип. Хәйер, балаларын бик ярата. Китмәҫ! – тип мине оҙатып ҡалды.

Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА-ҒӘББӘСОВА.
 
Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/izhad-kukhnya-y/2020-07-16/altyn-balda-314584
Автор:
Читайте нас: