– Йоҡоң туйғансы йоҡла. Өҫтәл артынан тамағың туйыр-туймаҫ тороп кит. Һыуытҡысың бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ. Асыҡҡас, тағы ла ҡапҡылап ал. Төнгә ҡарай ғарҡ булғансы тығынма, таңға ашҡаҙаныңдағы аҙыҡ боҙолор. Етен орлоғо, шыттырылған бойҙай аша. Етен аш һеңдереүҙе яҡшырта, ә бойҙай көслө энергетикаға эйә. Бер ваҡытта ла фастфуд ашама. Әкренләп сыныға башла. Бүлмәлә ялан аяҡ йөрө. Насар кешеләр менән аралашма. Һүгенмә, ғәйбәт һөйләмә. Алама уйҙарыңды башыңдан сығарып ташла. Уларҙың да насар көсө бар. Тешеңде генә түгел, телеңде лә таҙарт. Көнөнә ике тапҡыр. Фатирыңда тәртип булдыр. Кәрәкмәгән әйберҙәрҙе ташла, тарат, күңелеңә ятмаған кешеләр бүләк иткән бүләктәрҙе сығарып ырғыт...
– Бәй, быларҙың барыһы ла яп-ябай, сере нимәлә һуң?
– Сере шунда: быларҙы барыһы ла белә, тик берәү ҙә эшләмәй.