Дауалау курсынан һуң көлкө оҫтаһы юмор терапияһы сеансын үткәрҙе. Республика клиник дауаханаһы табиптары ла, пациенттар ҙа Мар. Сәлим ижады менән яҡшы таныш икән. “Был осрашыу беҙгә витамин, шифалы бәлзәм булып тәьҫир итте!” – тип ҡыуанышып, көлөшөп ултырҙы улар.
– Юмор бит кешегә теләһә ниндәй ауырыуҙы еңеп сығырға ярҙам итә һәм ғүмерҙе оҙайта, – тине неврология бүлеге мөдире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Нурия Нәжмиева. – Юҡҡамы ни беҙ Марсель Шәйнур улының китаптарын яратып уҡыйбыҙ, уның ҡыҙыҡлы сығыштарын рәхәтләнеп көлә-көлә тыңлайбыҙ.
Марсель Сәлимов уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарын, үтә популяр психотерапевт Анатолий Кашпировскийҙың бөтә ил халҡын тиерлек телеэкрандар янына йыйып ултыртҡан мәлдәрҙе иҫкә алып үтте. Тап шул саҡта Мар. Сәлим үҙенең “Юморотерапия сеансы” тигән хикәйә-пародияһын яҙған һәм уны дауаханаларҙа, госпиталдәрҙә ижади осрашыуҙарҙа уҡып, сирле йәмғиәтте һәм халыҡты көлкө менән “дауалап” йөрөгән.
Әлеге күңелле осрашыуҙа ул көлкөлө шиғырҙарын, юморескаларын уҡып, “Һәнәк” журналының яңы һандарын һәм “Алтын кеше” исемле китабын бүләк итте.
Күренекле пациентты дауалаған табибә, терапия бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Эльза Камалова уға яңы ижади уңыштар теләне һәм дауаханаға ауырып киткәс кенә түгел, һау-сәләмәт булғанда ла килеп йөрөргә саҡырҙы. Мәшһүр “көләссик” изге күңелле докторҙарға рәхмәт уҡып, улар өсөн хоҙайҙан һаулыҡ һораны ла гелән йылмайып-көлөп йәшәтеүсе дарыуҙарға “рецепт” биреп, күтәренке кәйеф менән ары китте.
Сығанаҡ: http://inwriter.ru/pisatelsky-blog/seans-yumoroterapii-ot-narodnogo-pisatelya-marselya-salimova.html