-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Әйттерәһең инде, кәзәкәйем!»

(Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, Рәйес Солтановтың бер шәлкем хикәйәләренән тәҡдим итәбеҙ). Ҡорбан салыуҙың тәртибен дә, рәтен дә белә Сәлимйән ағай: һуйыр малың дүрт аяҡлы, айырса тояҡлы, һимеҙ һәм һау булырға тейеш. Уны хужаһы һуймаҫҡа, әрләмәҫкә, атап әйткәндә һүкмәҫкә тейеш. 

«Әйттерәһең инде, кәзәкәйем!»
«Әйттерәһең инде, кәзәкәйем!»
Шулай итеп иркәләп аҫыраны ул ҡорбанлыҡ кәзә тәкәһен! Ә уныһы торған һайын шашты: башы һыйған ерҙән сығып, көндәр буйы урам ҡыҙырҙы, яңы ерегеп килгән алмағасын, ҡарағаттарын кимерҙе, күршеләрҙең баҡсаһына бер нисә тапҡыр инеп утап сыҡты, шунда ла ләм-мим, сөнки ул ҡорбанлыҡ.
Ҡулына сыбыҡ тотоп тәкәһен баҫтырып йөрөгән Сәлимйән ағайға ярҙамға ашыҡтым. Әллә иртәгә Ҡорбан байрамы икәнде белә инде, тәкә ал бирмәй уйнаҡлап тороп ҡаса. Ә хужа ипләп кенә матурлап йомшаҡ ҡына өндәшә, күнәктәге емен һона, тегенеһе әйләнеп та ҡарамай, Ташморон яғына сапты. Тамам асыуланған Сәлимйән ағай ике һүҙҙең береһендә: «Әй, әттәгенәһе, әйттерәһең инде, кәзәкәйем!»—тигән һүҙҙе ҡабатлай. Ахырҙа түҙмәне ағай, үҙе лә һиҙмәҫтән ысҡындырып ебәрҙе. Аҙаҡ үкенгәндәй әйтеп ҡуйҙы: «Әнә, әйттерҙең бит инде, кәзәкәйем!»
Кәзәне тунап бөткәс, Сәлимйән ағай күңелен өйкәгән шиген әйтеп һалды: «Ҡорбанға был тәкә бармай, ҡустым!» һәм ул мөйөштә тыныс ҡына көйшәп ятҡан һарығына үрелде.
 
«Олатай, һаламың яна»
 
Атай мәрхүм тәмәке тартманы, күңеле килгәндә анда-бында ғына көйрәтә торғайны. Ошо көйрәтеүе сәбәпсе булғанмы, аръяҡтан арбаға бер йөк һалам тейәп ҡайтып килгәндә, һаламына ут ҡабып яна башлаған. Үҙе ат ҡыуыуын белә. Шәп киткән һайын, ут та, төтөнө лә көсәйә генә. Биръяҡтан ҡарап тороусыларға ҡыҙыҡ тамаша. Ҡаршыһына һыбайлыны саптыралар. Ул барып етеп:
—Олатай, һаламың яна,—тип бер-ике тапҡыр ҡысҡырғас (атайым ҡолаҡҡа ҡатыраҡ була торғайны) артына әйләнеп ҡарай ҙа, көслө ут өйөрмәһен күреп, атын туп-тура Сеүәтә ятыуына бора (атайым дыуамал да кеше ине). Уттан ҡотолоп, ятыуҙан иҫән-һау сыҡҡас, атын шартлата ҡыуып, килгән юлы менән кире елдерә.
Сәғәт ярым ваҡыт үткәндән һуң, ҡапҡа эргәһенә һалам тейәлгән ат килеп туҡтай. Әсәйем атайымды яттан әрләй-әрләй һыуынған самауырын ҡабат шыжлатып, сәй урыны әҙерләй башланы.
 
«Ҡабығын да ашап ҡуй!»
 
Беҙҙең халыҡта ашҡа ултырғас та иң тәүҙә балаларға һалып биреү йәки ҡунаҡ килгәнсе балаларҙы туйындырып алыу йолаһы бар. Быға мин Шамил дуҫтың башынан үткәнен ҡыҙыҡ һөйләгәнен ишеткәс, тағы нығыраҡ инандым.
«Эштән асығып ҡайтҡас, өҫтәлгә әҙерләп ултыртылған йомортҡаларға етештем. Өйҙә бәләкәй балаларҙың барлығы бөтөнләй иҫемдән сыҡҡан. Улар, теҙелешеп ултырып, минең ашағанды күҙәтәләр һәм йомортҡа менән бүлешер тип өмөт иткәндәр икән. Ашап туйып урынымдан тороуыма ейәнсәрҙәремдең береһе:
—Ҡартатай, ҡабығын да ашап ҡуй!—тип ысҡындырмаһынмы! Миңә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып китте....
 
Автор:
Читайте нас: