-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ...

Тормош дауам итә. Унда хәл иткес үҙгәрештәр тойолмай тип әйтерлек. Ҡайҙа ғына барма, ниҙәр генә ҡылма, ғаиләһеҙ йәшәүе ҡыйын. Ир, ҡатын, һөйәркә һымаҡ күренештәр менән хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай. Ана, социологтар нимә һөйләй: әлеге өсмөйөш борондан ҡалған, ҙур һынауҙар үткән, тимәк, ул киләсәктә лә һаҡланасаҡ. Ябай ғына итеп әйткәндә, хәҙер күҙәтелеүенсә, ике никахтың береһе тарҡалып бара. Ләкин быға ғәжәпләнергә һәм айырыуса фажиғә яһарға ярамай. Мөхәббәт һәм яратыу һымаҡ хис-тойғо эргәһендә бер-береңә өйрәнеү һымаҡ мәңгелек ғәҙәттәр ҙә бар бит әле. Ә һеҙ беләһегеҙме, ғаиләһен ҡалдырған өс ирҙең икәүһе аҙаҡ үҙенең элекке ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайта.

ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ...
ӨС ИРҘЕҢ ИКӘҮҺЕ...

Минең Ирек исемле дуҫым бар. Беҙҙең өсөн тыйылған темалар юҡ. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһенә, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылғанда.

– Бөттөм, харап булдым! Ятһам да, торһам да, уны ғына уйлайым. Дуҫ, ҡотҡар, кәңәшеңде бир!. Харап булдым бит, харап булдым, – тип илай-илай үҙенең драмаһын һөйләп бирҙе. Уға 37 йәш. Уның бүлегенә 22 йәшлек ҡыҙҙы эшкә алғандар. Тәүге көндән үк был ҡыҙ, Гүзәл тип әйтәйек, Ирек менән ҡыҙыҡһына башлаған, ваҡыт-ваҡыт һүҙ ҡушҡан, өтөрөмдө ҡарап бир, машинамдың асҡысы ярамай, кисә, ғөмүмән, тоҡанманы, тип, асыҡ ауыҙ ирҙе шыпа үҙенә яҡынайтып алған.

Ай самаһы шулай йонсотҡандан һуң, фатирына лампочка борорға саҡырған. Ирек барған лампочка борорға. Өс бүлмәле фатир, ялан ҙурлыҡ йоҡо бүлмәһе, шул бүлмәнән саҡ ҡына бәләкәйерәк карауат. Яҡтыртыу проблемаһын хәл иткәнме – белмәйем, эште аш бүлмәһенән башлағандар. Ирек 12 мең һумлыҡ коньякты нисек эсеп бөткәнен дә хәтерләмәй. Иртән уянып китһә, эргәһендә бәхете йөҙөнә сыҡҡан Гүзәл ята.

Ҡыҙ уяныр-уянмаҫ ата-әсәһе менән танышыу, ғаилә ҡороу, туй үткәреү, ниндәй туй күлдәге алыу хаҡында һүҙ асҡан. Әле айнып та бөтмәгән Ирек баш һелкеп ултырған, бынан нисек тә ҡасыу юлын эҙләй башлаған һәм, әлбиттә, таба алмаған.

Дуҫым был хаҡта миңә ҡалтырана-ҡалтырана һөйләне. Ҡыҙҙың атаһының депутат, ҙур ғына заводта директор урынбаҫары булыуы хаҡында белгәс, ҡайҙа булһа ла олағыу хаҡында уйлана башлаған.

Ә йома кис Гүзәл быны ҡунаҡҡа саҡырған. Атаһы һәм әсәһе менән таныштырыу өсөн.

Ҡайны менән ҡәйнә әле тормошҡа ашырылмаған кейәүҙе бик ҙурҙан һалдырып, ихлас ҡабул иткән. Иректең ғаиләһе, ҡатыны һәм ике балаһы тураһында иҫкә алыусы ла булмаған. Ҡайны кейәү булаһы кешенең шул ғына эш хаҡына интегеүе хаҡында белгәс, хәҙерге эш хаҡынан ун тапҡыр тиерлек күберәк аҡса тәҡдим иткән. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн төн уртаһында персонал менән эшләүсе менеджерҙы түшәгенән ҡуҙғатҡан да бер сәғәт эсендә Иректең алдына приказ проектын һалған һәм яңы тәғәйенләүҙе йылы килеш йыуырға тәҡдим иткән.

Юҡ, ғаилә бәхәстәре, өс мөйөшлө низағтар буйынса мин белгес түгел. Ә Ирек дуҫым көтмәгәндә өҫтөнә ишелгән бәхеттән ни ҡыуанырға, ни ҡайғырырға белмәй һәм минән кәңәш һорай ине.

Йәшермәйем, мин унан көнләштем. 20 мең эш хаҡы урынына 185 меңдән мин үҙем баш тарта алмаҫ инем. Дуҫым минең күҙ алдында үҫте. Уҡыған саҡтағы аслы-туҡлы йөрөгәндәрҙе нисек онотаһың? Һалҡын көҙҙә уҡырға йөрөргә пальтоһы юҡ ине, мин иҫке курткамды бүләк иттем, ҡышҡы ботинкаларының табаны аҡтарылып, аяҡ кейемһеҙ ҡалғас, ташлармын тип йөрөгән кроссовкийымды бирҙем, шуның менән ҡыш сыҡты.

Уңамы, туңамы, белмәйем, гөрләтеп туй үткәрҙек. Туй сәйәхәте сифатында Канарғамы әллә Ҡаранғамы юлландылар. Улар ҡайтҡас, Ирек менән Гүзәлде тағы бер-ике күрҙем әле. Бер-береһенә тотоношоп, етәкләшеп кенә йөрөүҙәре! Йыл үтмәне, ҡыҙҙары тыуҙы. Бер көн кис Ирек миңә килеп инде. Йылдан артыҡ күрешмәгәйнек, тауышынан ғына таныным. Йонсоу, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир минең йәшлек дуҫым Ирек булып сыҡты.

­– Мин ҙур хата ебәрҙем, – тине ул, күҙҙәрен йәшләндереп. – Үҙемдең хис-тойғоларыма хужа була алманым. Элекке тормошома нисек ҡайтырға икән, ярҙам ит.

– Һин нимә, Ирек? Элекке тормошоңа ҡайтыу әлеге бай, етеш көн итеүеңдән баш тартыу тигән һүҙ. Ҡайның, бер сәбәбен табып, үҙеңде ултыртып ҡуймаһа ла эштән сығарып ташлаясаҡ бит.

– Ҡайны өсөн борсолма. Ул минең яҡлы. Етмәһә, ул үҙе ғаиләһен ҡалдырып йөрөй. Гүзәлдән йәш ярымға кесерәк ҡыҙға өйләнде. Өҫтәүенә, өйҙән китеүен, минән өлгө алды, тип ғәйепләйҙәр.

Ошо урында бәләкәй генә хәтирәләргә биреләйек. Ирек һис тә насар кеше түгел. Яңы ғаилә ҡорғас, элеккеһенә ныҡлы ярҙам иткән. Мөмкинлеге булғас, бер бүлмәле фатирын икәүле иткән. Әле ҡайтам тип йыйынһа, ҡатыны ҡаршы икән. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ, юҡ. Айына 20 меңгә йөрөгән инженер яңы эш урынында юғары эш хаҡы менән үҙенең элекке ғаиләһенең төп тәьминәтсеһенә әйләнгән.

Социологтар билдәләүенсә, ғаилә ҡиммәттәре хәҙер үҙенә күрә етди һынау осоро кисерә. Хәҙер тойғолар түгел, матди ихтыяж өҫтөнлөк итә һәм элекке традицион мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара бара. Ә уларҙың артабанғы үҫеше хаҡында – киләһе күренештәрҙә.

Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәрен барлағанда тәүҙә уларҙың тормошҡа ҡарашын асыҡларға кәрәк, сөнки ирҙәр һәм ҡатындар никахҡа һәм мөхәббәткә икеһе ике төрлө ҡарай. Тәмле ашарға, матур кейенергә, йомшаҡта йоҡларға яратҡан көслө зат, мөхәббәтте икенсе урынға ҡалдырып, никахҡа, көнкүрешкә нығыраҡ иғтибар итеүсән. Ә ҡатын-ҡыҙ мөхәббәт, тоғролоҡ һымаҡ юғары тойғоларға табына, ышана һәм өмөтләнә. Ошо урында эт менән бесәй һымаҡ тигән төшөнсә иҫкә төшә. Ҡатын-ҡыҙҙы мәңге йылы эҙләп, иркәләнеү һәм йылы көҫәп йөрөгән мәкерле һәм хәйләкәр бесәй менән сағыштырһаҡ, тупаҫ, гел өрөп торған, ғүмерҙә лә тормошонан ҡәнәғәт булмаған хайуандың кем икәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Күптәр эт менән бесәй аҫрай, ә уларҙың үҙ-ара дошманлығының серен беҙҙең маҡтаулы ғалимдарыбыҙ яңыраҡ ҡына сисеүгә өлгәшкән. Биш тәңкә һымаҡ бөтәһе лә бик ябай. Эт менән бесәй биләмәлә йәки территорияла хужа булыу өсөн тынышмай икән. Шул әлеге ир менән ҡатын һымаҡ инде – кем хужараҡ? Ә инде, ғалимдар фараз итеүенсә, бесәйҙәрҙең кешеләрҙе аңлауына ышанһаҡ һәм теге йәки был бәхәстәрҙә үҙҙәренә оҡшаш ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауҙарын иҫәпкә алһаҡ, барыһы ла аңлашыла.

Ҡатын-ҡыҙ ир-атты ни өсөн ярата? Бергә йоҡлау, ашарға бешереү, кейем-һалымын йыуыу өсөн генә түгел бит инде. Юҡ, ҡатын-ҡыҙ өсөн ир-ат ул иң тәүҙә хәстәрлек күреү, уны тәрбиәләү, уның эргәһендә үҙен ышаныслы тойоу өсөн кәрәк. Ир-ат иһә ошо барлыҡ хәстәрлектәрҙе рәхмәтһеҙ ҡабул итә, шулай булырға тейеш, тип уйлай һәм уның эргәһендә булғаны өсөн генә лә ҡатыны уға бурыслы, тип иҫәпләй.

Тикшереүселәр шуны асыҡлаған: күпселек ирҙәр ғаиләһенән китеү, һис юғы ваҡыт-ваҡыт һөйәркәгә һыйыныу хаҡында хыялланып йәшәй һәм туҡтауһыҙ ҡатынынан зарлана. Йыш ҡына ҡатындарын ташлап китеү менән ҡурҡыталар, ләкин өйҙән ҡасырға ашыҡмайҙар. Шуның өсөн ҡатындарға боронғо кәңәш бик ярап ҡала. Ә был кәңәш нимәнән ғибәрәт һуң?

Ҡыҫҡаһы, ирҙе этте ҡараған һымаҡ тәрбиәләргә, йылыла, таҙала йоҡлатырға, ашатырға. Әлбиттә, прогулкаға ебәреп алырға лә кәрәк, йәнәһе, өйрәнгән урынына ҡайта ул, тип уйлаусылар бик ныҡ хаталана. Шуныһы билдәле: ир-ат йомшаҡ түшәккә, тәмле ашҡа бик тиҙ өйрәнә һәм уларҙы юғалтыуҙан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа. Сир китә, ғәҙәт китмәй, тигән һымаҡ, эргәгеҙҙә шым ғына йоҡлағанға һалышып ятҡан ирегеҙҙең икенсе ғаилә хаҡында өмөтһөҙ генә хыялланыуы бик ихтимал. Беҙ белгән бер осраҡта, мәҫәлән, ирҙең ғаиләһен ташлап китеү хаҡында ауыҙ асыуы булды, ҡатыны, ана бара юлың, тигән ҡиәфәт менән сумаҙанын ишек төбөнә ултыртып та ҡуйҙы. Хәҙер ун йыллап булалыр, ир ғаиләһен ҡалдырыу хаҡында ауыҙ асырға ла ҡурҡа.

Ғаиләһен ташларға тәүәккәләгән осраҡтарҙы тарих бик күп белә. Бына Нәғим исемле ирҙең тормошонан бәләкәй генә ғибрәт. Яратып йөрөгән ҡыҙы уны ташлап кейәүгә сыҡҡандан һуң, Нәғим беренсе осраған ҡыҙға өйләнде. Матур ғына йәшәп алып киттеләр. Нәғим эсмәй, ҙур эш хаҡы ала. Ҡатыны Сәриә күҙенә генә ҡарап тора. Ике бала үҫтерәләр. Мәңге шулай булыр һымаҡ ине. Маршруткала Нәғим үҙенең тәүге мөхәббәтен осратты. Заманында үлеп яратҡан Мәрйәме иренән айырылған, фатирын юғалтҡан һәм бик ауыр хәлдә тороп ҡалған.

Нәғим яңынан йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Мөхәббәтенең телефон номерын һорап алды һәм һуңғы ун биш йылда беренсе тапҡыр кис һуңлап ҡайтты, иртәгәһен балыҡҡа китте һәм тамам ҡулдан ысҡынды.

Хәл-ваҡиғаларҙың үҙ файҙаһына үҙгәреүен күргән Мәрйәм Нәғимде әүрәтеүен дауам итте, һәм Нәғим оҙаҡламай никахын тарҡатыу тураһында ғариза бирҙе.

Мөхәббәт ҡомары бер айға ла барманы. Әлеге Мәрйәм элекке Мәрйәм түгел икән. Тәмәке тартыуын ташлағаны һәйбәт, әлбиттә, тик бына араҡыға әүәҫ булыуы Нәғимгә һис оҡшамай. Бер көн Нәғим, үҙе лә һиҙмәҫтән, элекке ғаиләһенең хәлен барып белергә булды. Барып керһә, Сәриә бер ир менән күңелле генә итеп сәй эсеп ултыра, хатта элекке иренең килеп инеүенә асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. Нәғим иптәштәренә һөйләй икән: “Ҡайтып керһәм, ниндәйҙер бәндә минең яратҡан көрөшкәмдән сәй эсә, етмәһә, Сәриә, “беҙгә кемдер килде”, тип мөңгөрләй”.

Нәғимгә ҡайғыһынан эсеп иҫереүҙән башҡа сара ҡалмай. Инде Мәрйәменә: “Мин һинең менән йәшәй алмайым”, – тип аҡланырға тырышыуы бер ниндәй һөҙөмтә лә бирмәгән, сөнки Мәрйәм Сәриә менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйған икән. Нәғимде аҡылға ултыртыу өсөн икәүләшеп мәкерле план ҡорғандар.

Был осраҡтың үҙ сәбәптәре бар. Шуны белегеҙ: ир-ат бик ҡомһоҙ милексе. Улар ҡатынын, балаларын ғына түгел, ғүмер буйы ишек төбөндә ятҡан тәпешкәһен дә йәлләйәсәк.

Социологтар әлегә күпселек осраҡта статистика менән мауыға. Ирҙәрҙең ғаиләләрен ҡалдырыуының, аҙаҡ саҡ ҡына ла оялмайынса әйләнеп ҡайтыуҙарының сәбәптәрен етди генә итеп аңлата алмай. Был осраҡта әлеге халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итергә тура килә. Ә унда нимә яҙылған һуң? Унда былай тип яҙылған: ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙға беренсе никах – Аллаһы Тәғәләнән, икенсе никах – шайтан ҡотҡоһо, ә өсөнсөһө – яҙмыш. Һеҙгә ошо өсәүҙең ҡайһыһы нығыраҡ яҡын? Үҙегеҙҙең яҙмышығыҙҙы һынап ҡарарға көсөгөҙ етерме? Шуларҙы уҡығыҙ ҙа шым ғына донъя көтөүегеҙҙе дауам итегеҙ. Әгәр беҙҙең кәңәш оҡшамаһа, ошо мәҡәләне өр-яңынан тағы бер тапҡыр уҡып сығығыҙ. Был осраҡта ла ярҙам итмәһә, тимәк, һеҙ – рәхәт тормоштан туйған бәндә.

 

Автор:
Читайте нас: