-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыҡлы факттар

1947 йылға тиклем 1 ғинуар Рәсәйҙә иң ябай эш көнө була. Календарға үҙгәрештәр Юғары Совет Президиумының 1947 йылдың 23 декабрендәге указы буйынса индерелә. Шуға күрә яңы 1948 йылды СССР халҡы байрамды күңел асҡандан һуң ял итеү мөмкинлеге менән ҡаршы ала.

Ҡыҙыҡлы факттар
Ҡыҙыҡлы факттар

Элек куранттар һуғыу алдынан дәүләттең беренсе кешеһенең ҡотлауы булмаған. 1970 йылда барлыҡҡа килгәс тә ул байрам ҡотлауына бик тә оҡшамаған әле. Леонид Брежнев биш йыллыҡ һөҙөмтәләр, коммунизм төҙөлөшө һәм Дәүләт мәсьәләләре тураһында бик оҙай һөйләгән.

Беҙҙең илдә 1970 йылдарҙа Ҡыш бабайҙы өйгә саҡырыу буйынса популяр традиция барлыҡҡа килгән. Элегерәк Яңы йыл хужаһы бары тик мәҙәниәт йорттарында, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә булған тамашаларҙа ғына бүләктәр биргән һәм балалар менән әйлән-бәйлән уйнаған.

Яңы йыл теләктәре яҙылған ҡағыҙҙы яндырыу традицияһы беҙгә үткән быуат уртаһында килә. Ул бөгөн дә популяр. Үтеп киткән йылдың һуңғы минуттарында ҡағыҙға күңелегеҙҙәге иң матур теләкте яҙып, уны яндырған булһағыҙ, теләгегеҙ, һис шикһеҙ, үтәләсәк.

Фото: ru.wallpaper.mob.org

Автор:
Читайте нас: