Гипноз әле беҙ ышанып, аңлап, төшөнөп етмәгән Ғаләмдең, мөхиттең ҡапҡаларын аса, йәндең Йыһанда ҡош, фәрештәгә оҡшаш бәпәй килбәтендә осоуын күҙалландыра. Йәндәр (рухтар) үҙ тәндәре менән ҡушыла ғына. Фарсыларҙың Ҡояш культы, боронғо көнсығыш диненең яҡтылыҡ илаһы, кешеләр араһындағы имен, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе ҡурғыусы Митра, йәғни митраизм тәғлимәтенсә лә үлем – юҡ, икенсе торошҡа күсеү, башҡа донъяларға сәйәхәт ҡылыу, бүтән ваҡыттарға ашыу бар. Тән әхирәткә киткәндән һуң донъя – илаһи. Физик үлем менән бергә мин-минлек, үҙеңде өҫтөн ҡуйыу, тәкәбберлек кеүек сифаттар ғына юғала. Ғөмүмән, Ер үә тәбиғәт үҙҙәре лә рухилыҡҡа эйә, тормош Йыһан ритмдарына дусар. Дини ҡарашса, Хоҙай Тәғәлә – еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. Йән биргән дә, йән алған да – Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә.