+1 °С
Ясно

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар

Байҙан ҡалған һауыттарҙыялай-ялай,Кинәнә бит, ҡыуана бит, эй, ялағай. *** Бары тик намыҫ һәр саҡ намыҫ булып ҡала, тоғролоҡ тоғролоҡ булып, ирлек ирлек булып ҡала. Аҫыл йәшәйештең асылы ошо мәңгелек хазиналарҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдарРАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар
РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар

***

Барыһы менән дә ҡәнәғәт булып йәшәү һәләкәткә килтереү ҡурҡынысын тыуҙыра.
(“Өмөттәр һәм хафалар”).

* * *
Барыһы тигеҙләнә – зыяратта,
Барыһы ла бер хоҡуҡта ята:
Йыуаш та юҡ бында, уҫал да юҡ,
Астар ҙа туҡ, иҫеректәр – айныҡ.
Үлтергән дә, үлтерелгән дә – тигеҙ,
Бер кимәлдә гений менән алйот.
(“Кешеләрҙе ергә тыға-тыға...”).

* * *

Барыһы ла сағыштырыуҙа беленә. Мәҫәлән, тау – дөйөм атама. Бейек тау, тәпәш тау – былары айырым тауҙарҙы нарыҡлау. Тәпәше булмаһа, бейегенең бейеклеге беленмәҫ ине. Тормошта ла шулай.
(“Көндәлектәр”. 23.06.2011).

*  * *

Батшалар телен киҫкәндә лә
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!
(“Халҡыма хат”).
* * *
Батшаларҙы ла дәүерҙәр убалар.
Күбеһенән ҡалмай хатта убалар.
* * *
Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа
Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.
(“Мортазиндың һуңғы һүрәте”).
* * *
Батырлыҡты тыймай һис бер ырым,
Яҡшылыҡты тыймай бер миҙгел.
Намыҫың ҡушҡанына бул тоғро,
Күңелең әйткәненә бул һиҙгер!
(“Гәзит-эфирҙарҙан ябырылып...”).
* * *
Башҡа кеше минән аҡыллыраҡ, башҡа кеше минән белемлерәк тип уйла. (“Көндәлектәр”. 25.04.2005).

* * *

Башһыҙ башлыҡтарға кәңәш биреп,
Башы осҡан күпме зирәктең.
(“Хакимдарға аҡыл өйрәтеүҙең...”).
* * *
Башы икәү түгел
Хатта башбаштаҡтың.
* * *
Башыңды эшләт, баш ват тип,
Уны гел аптыраталар.
Юҡ башты нисек эшләтһен?
Юҡ башты нисек ваталар?
(“Башыңды эшләт, баш ват тип...”).
* * *
Беҙ бөткәндән бөтмәҫ донъя.
(“Көсөм бар ҙа – тауың бөттө...”).

Фото: veteranrb.ru

Автор:
Читайте нас