-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

АЙРАН

Йәй башында электр бағаналарын алмаштырырға монтерҙар килде. Һил ауыл тормошона бер аҙ йәнлелек ингәндәй булды. Бала-саға ла шулар эргәһендә мәж килә. Көнө буйы уҡ булмаһа ла, күп ваҡытын тиерлек электромонтерҙар тирәһендә уҙғара. Әкренләп улар дуҫтарға әйләнеп китә, үҙ-ара "друг" тип йөрөтәбеҙ. Минең дә дуҫ барлыҡҡа килде, уның менән яҡшы уҡ аралаша башланым. Монтерҙарҙың эш ҡорамалдары ла беҙҙең өсөн икенсе төрлө, хатта ҡайһы берҙәрен тәү тапҡыр күрәбеҙ.

АЙРАН
АЙРАН

Тәүҙә ауыл башына ҙур машиналарға тейәп бағаналар килтерҙеләр. Икенселәре оло бырауҙары менән ерҙә соҡор ҡаҙый , өсөнсәләре иһә кран менән күтәреп шул ҡаҙылған урынға төшөрөп ултырталар. Унан инде бағана башына сымдар һуҙып, тарттырып, элеп тә ҡуялар.
Шуныһы ҡыҙыҡ, уларҙың һөйләшеүҙәре лә беҙҙекенә ҡарағанда саҡ ҡына икенсе төрлөрәк, ҡайһы бер һүҙҙәре аңлашылып та етмәй, йә булмаһа башҡа мәғәнә аңлата. Шулай беҙҙең өй тапҡырына ла килеп еттеләр бағана ултыртырға, гөж килеп эшләп йөрөйҙәр. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн ҡояш ярайһы уҡ ҡыҙҙыра.
Ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарғас, уларҙың эргәһенә барып эштәрен күҙәтә башланым. Ял итеп алырға туҡтаған арала минең "друг" эргәмә килеп:
-Айран йә һыу алып кил әле, бөгөн бигерәк эҫе, - тип, ҡапҡаслы өс литрлыҡ банка бирҙе.
Әҙерәк аптырауға ҡалдым, сөнки өс литр һауытты айран менән тултырыр өсөн күпме май тасҡар кәрәк. Бөгөн иртән генә әсәйем бер йомарлам май эшләгәйне, ярты сынаяҡтай ғына айран сыҡты. Әлбиттә, айран күп булһа, һис шикһеҙ шуны бирер инем. Шундай уйҙарға батып, соландағы һауыттан банкаға һыу тултырып алып барып бирҙем.
Төш мәлендә был турала әсәйемә һөйләнем. Ул көлөп ебәрҙе лә, һыулы ҡатыҡтың ҡайһы бер һөйләштә айран булыуын аңлатты. Ҡуйы итеп ҡатыҡ һыуланы ла әсәйем, алып барып бирергә ҡушты. Эҫе ҡояш аҫтында тирләп-бешеп эшләп йөрөгән электромонтерҙар, бына бик тәмле айран булды әле, тип, һыулы ҡатыҡты эсеп рәхмәттәрен әйтеп ҡалдылар.

Хәмит КАРАМАЛИНСКИЙ.

Автор:
Читайте нас: