Аделина ҡыҙым "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереүҙә ҡатнашам тигәс, образ уйлай башланыҡ. Был нимә кейҙереп сығарырға? Шунан бөтә донъяны шаулатҡан "Ай йола" төркөмөнөң күндән тегелгән кейеме иҫкә төштө. Мәйтәм, әйҙә ҡыҙым һиңә щистый дирмантиндан кейем тегәбеҙ. Кожаный куртка эҙләп хәл бөттө. Әллә ташлағанмын, әллә кешегә биреп бөткәнмен. Бер кожаный кейем ҡалмаған.
Ватцап урамы буйлап киттем күн куртка эҙләп. Табылды. 48-се размер, малайҙарский, дерматин түгел, настоящий был. Ҡырҡҡыслауы жалко. Шулай ҙа кәрәк тирәкте йыға, тип, ең һыҙғанып эшкә тотондом. Ике еңен ҡырҡып ырғытып, арҡа яғын ушивать итеп, ун размерға бәләкәсәйтеп, 38-сғ размер безрукавка тегеп ҡуйҙым. Рәмистең 30 йәшкә лә, 35 йәшкә лә обещать итеп, алып бирмәгән теген машинкаһында зырылдата тегеп ултырам.
Хәҙер баяғыны биҙәргә йөн-мөн кәрәк бит инде. Класс етәксеһенә яҙам, йөн юҡ, йөн кәрәк ине, тип.
Сөскөрә-бышҡыра келәттәге булған байлыҡты атҡарып, 2010 йылда алған курткамдың яғаһын табып алдым.
Бер заман ҡойоп яуған ямғырҙа класс етәксеһе килеп еткән ике пакет яғалар һалып алып. Баяғы үҙемдең яға ғына етмәҫ, тип, унан да байлыҡ алып, тороп ҡалдым.
Биҙәү өсөн тәңкәләрҙе элекке списанный түшелдеректән систек. Керештем кейем әтмәләргә. Рәмис минең оҫталыҡҡа иҫе китеп ятҡан ерҙән хырылдап йоҡлап китте.
—Исмаһам, хәбәр һөйләп, мине әүрәтеп ултыр ,- тип бупылдайым.
—Ҡарап ятам бит, — тигән була.
Элек бейем йоҡлап китһә, ҡайным мәрхүм: "Ой ошо әбей сәй эсерәме тиһәң, йоҡлай ҙа ята,"- тип әрләй. Бейем: "Йоҡламайымсы, уйланып ятам шунда!" — тигән була.
Ҡайным: "Атыу хырылдамай ғына уйлан,"— ти торғайны. Шуның кеүек Рәмискә лә, атыу хырылдамай ғына ҡарап ят, тиһәм, көлә, хырылдайыммы әллә тип.
...Аделинаға кейемде бер кейҙерәм, бер систерәм. Уныһы ла ултырған ерҙән ойой ҙа китә. Мин генә бирешмәйем, эт ҡайышланып ултыра бирәм. Ниһайәт, әҙер булып килә ине, аяғына нимә кейҙерергә тип уйлана башланым. Куртканың мусор пакетына ташлаған ике еңен килтереп сығарып, шунан итек тектем. Ҡәҙимге итексе булып кителде.
Шулай итеп, баяғы йырсыларҙыҡына етә яҙып, үтеп барған матур кейем килеп сыҡты. Ҡыҙымды баштан аяҡ кейендереп, өйрөлтөп-сөйрөлтөп ҡарап, саҡ ятып кителде.
Төбәк-ара конкурста беренсе урын алып, бөгөн таң менән Күмертауға Республика этабына юлландылар. Бөгөн музейға экскурсияға барғандар. Иртәгә сығыш яһаясаҡтар. Ҡыҙыма уңыштар, командаһына тел асҡыстары , ҙур еңеү насип булһын, амин!
Фото: З. Таһированың сәхифәһенән.