...Йәйге каникулдар башланһа, дуҫым Силәбе өлкәһендә йәшәүсе яҡындарына ҡунаҡҡа барып ҡайта. Түҙемһеҙләнеп көтөп алам уны. Ҡунаҡтан бер саҡта ла буш ҡайтмай ул: төрлө үлсәмдәге ҡорос ҡармаҡтар, төрлө төҫтәге матур ҡалҡыуыстар, матур һаплы бәкеләре була. Силәбелә беҙҙең магазиндарҙа осрамаған әйберҙәр күпләп һатыла икән. Уның бабаһының бер улы, диңгеҙ флотында, һыу аҫты кәмәһендә матрос булып хеҙмәт итә икән. Иң ҡыуандырғаны шул булды – йәйге ялға ҡайтҡан ағаһы Альбертҡа тельняшка, маска һәм ласталар бүләк иткән. Эй, ҡыуандыҡ ошо шәп бүләктәргә! Ласталарҙы аяҡтарға кейһәң, йөҙөү тиҙлеге ике тапҡырға арта. Ә тельняшканы беҙ алмашлап кейәбеҙ. Уны кейһәң, үҙеңде башҡаларҙан көслөрәк, бер башҡа өҫтөнөрәк итеп тояһың!
Минең хыялым, үҫкәс, һауа -десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү. Ауыл клубында «В зоне особого внимания» исемле киноны ҡарағандан һуң, бар булмышым менән баштарына зәңгәр берет кейгән, ошо ҡыйыу, сос, ҡурҡыу белмәҫ десантсыларға ғашиҡ булдым мин. Үҙемде уларҙың алмашсыһы, хәрби юлдарын дауам итеүсе кеүегерәк итеп күҙ адына килтерәм. Ошо тойғо күңелемә ниндәйҙер көс, бөтмәҫ ғәйрәт өҫтәй. Ә Альберт матрос булырға хыяллана.
Мәктәпте уңышлы тамамлағас, военкомат ҡа барып, Рязань юғары хәрби һауа-десант училищеһенә уҡырға инер өсөн ғариза яҙҙым. Ләкин Өфөлә медкомиссия үткән саҡта, ундай махсус ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итерлек һаулығым юҡлығы асыҡланды. Комиссия ағзаһы булып ултырған бер хәрби офицер: “Унда кереп китеүе бик ауыр ул. Бер урынға ун биш кеше тартҡылаша. Булмаһа документтарыңды Силәбе ҡалаһындағы танкистар әҙерләү училищеһена тапшыр, үҙеңә ҡайтып йөрөргә лә яҡын булыр”, – тип, кәңәш бирҙе, тыңламаным уны, кире ауылға ҡайттым.
...Альберттың күңеле көр. Синыфташы Ғәзиз менән Затонда урынлашҡан йылғасылар училищеһена уҡырға инер өсөн , Учалы дауаханаһында медкомиссия үтеп йөрөйҙәр.
– Әйҙә, бергә барайыҡ, ти, дуҫым, унда һине урта белем менән тура икенсе курс ҡа ҡабул итәсәктәр тип ышандыра хатта. Моряк, йылғасы булырға күңел тартмай шул. Хыялым – бейек күктә осҡан самолеттан парашют менән һикереү, десантсы булыу! Үҙебеҙ алдырған “Башҡортостан» гәзитендә уҡырға саҡырып, төрлө иғландар килә. Ентекләп ҡарап, уҡыштырып сығам, ләкин күңелемә ятҡан һөнәр осрамай, билләһи. Бына дуҫым димләгән йылғасылар училищеһына саҡырыу иғланы. Аҫта фотоһүрәте лә бар. Матур тельняшка кейгән йылғасы егеттәр, күмәкләп, ишкәк ишеп, дәү кәмәлә йылға буйлап йөҙә. Матур, ҡыҙыҡһындырыусы, романтик күренеш! Бер нисә көн уйланып йөрөнөм. Ысынлап та , унда уҡырға керһәм, бәлки Өфө ҡалаһындағы берәй ДОСААФ -ҡа парашюттан һикереү түңәрәгенә яҙылып, аҙаҡ танытма ала алһам, бәлки хыялым тормошҡа ашыр тип, уйлап та ҡуям. Альберт та ныҡ өгөтләй.
Киске аш ваҡытында уйҙарымды атай менән әсәйемә лә әйттем. Ҡаршы килмәнеләр. Атайым әйтә: “ Минең кеүек иртә таңдан кискә тиклем, май еҫе һеңгән тракторҙа ер һөрөү түгел инде. Йылға буйлап бер порттан икенсеһенә аҡ пароходта йөҙөп, тирә-яҡтағы матур тәбиғәт күренештәренә һоҡланып, ял итеп, ваҡыт үткәрәһең. Уларға эш хаҡын да мул түләйҙәр тип, ишеткәйнем”. Оҙаҡ уйламай ғына ризалыҡтарын биреп тә ҡуйҙылар.
Ошо көндәрҙә беҙгә ире, балалары менән әсәйемдең бер туған һеңлеһе, Зөбәржәт апай ҡунаҡҡа килә икән. Улар Шишмә районының, Шәкәр заводы эргәһендәге ҡасабала йәшәй. Әсәйем: “ Апайың менән кәңәшләшермен дә, шуларға эйәреп барып, документтарыңды тапшырып ҡайтырһың”, – ти. Улар беҙҙә бер аҙналай ҡунаҡ булғас, мин, Зөбәржәт апайым, Муса еҙнәм һәм уларҙың ике үҫмер ҡыҙҙары Гүзәл менән Гөлнара “Учалы – Күмертау” поезына ултыртып, Өфөгә юлландыҡ. Икенсе көнөнә апайым менән Затонға барып, документтарҙы тапшырҙыҡ. Кисен кире ауылға ҡайттым. Хәҙер инде имтихандарға саҡырыуҙы көтөргә ҡалды. Альберт дуҫым минең кеүек штурмандар әҙерләү бүлеген һайлаған. Ә Ғәзиз суднолағы электромеханик һөнәрен оҡшатҡан. Улар быйыл икәүләп һигеҙенсе синыфты тамамланы.
Фото: wishescards.ru
(Дауамы бар).