-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

ИМТИХАН

Дауамы. Башы:https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-06/bul-an-bashymdan-tk-n-tarih-4339968 Рамай ҠАҺИР (Булған, башымдан үткән тарих). Беҙҙе,  урта  белемле,   имтихан  тапшырырға  килгән   иллегә   яҡын  егетте,   ҙур  спортзалға  урынлаштырҙылар.  Бер  рәткә  генә  тимер  карауаттар  теҙгәндәр,  түшәк- кәрәк  яраҡтары,  тумбочкалар,  хатта  сәй  ҡайнатып  эсер  өсөн,  ике  электросәйнүге  ҡуйғандар.   Урынлашып,  үҙ-ара  танышып,  сәй  эсеп  алдыҡ.  Төрлө  райондан  килгән,  ябай  ғына  ауыл  малайҙары.  Иртәгә  математика  фәненән  тәүге  имтихан  тапшырасаҡбыҙ.  Кисен  йоҡларға  әҙерләндек. Коридорҙа  вахтер  булып  ултырыусы  ҡарт:   –  Урамға  берегеҙҙе лә  сығармайым,  йоҡлағыҙ.  Ана,  ишек  аша  бәҙрәф,  душ  бар  тип  иҫкәртте.  Матур  хыялдарға  сумып,  йоҡларға  йыйынғайным, кемдер  тышҡы  яҡтан,  ҙур  тәҙрәләрҙең   быялаһын  туҡылдатты.   Етмәһә: – Эй,  пацандар,  тиҙ  генә  тәҙрә  өлгөһөн  асығыҙ! – тип  бойороҡ  бирә.  -  Ҡарағыҙ әле,  кемдәр  йөрөй  унда? – тип эстәгеләрҙән  кемдер  һорап  ҡуйҙы.  Тәҙрә  эргәһендәрәк  урынлашҡандар:  –  Унда  йылғасы  формаһын  кейгән,  өс  курсант  тора, –   тигәс,  минең  күршем,  Благовар районынан  килгән,  Азамат  исемле  егет:  “ Тәҙрәне  асмағыҙ,  бер аҙ торорҙар ҙа  китерҙәр”, –  тине.  Ләкин  теге  өсәү  ныҡыш  булып  сыҡты.

ИМТИХАН
ИМТИХАН

– Тиҙерәк  асығыҙ!  Беҙ – өсөнсө  курстыҡылар,  асмаһағыҙ,  иртәгә  үҙегеҙгә  насар  буласаҡ,  туҡмаласаҡһығыҙ! – тип  янай  башлағас,  кемдер  тәҙрә  өлгөһөнөң  келәһен  ысҡындырҙы. Тегеләрҙең  дөбөр- шатыр  асыҡ  тәҙрә  аша  ингәнен,  спортзалдағыларҙың  барыһыла    ишетеп,  тойоп  ятты.

–  Давай,  быстро  скидывайтесь  деньгами,  сегодня  ваши  “деды”   день  рождения  отмечают! – тип  берәүһе  екереп тә ебәрҙе.  Тирә- яҡҡа  араҡы  еҫе  таралды.  Кемдеңдер:  “Нет  у  меня  денег”, –  тигәне  ишетелде.  Дөмбөлдәткәнсе  һуғып,  әллә  тибеп  ебәрҙеләр.  Кемдер  аһылдап  иҙәнгә  ҡоланы.  Былар  өсәүләп,  һәр  карауат  эргәһенә килеп,  аҡса  һығып, кем  бирмәй   туҡмап,  үҙҙәрен  хужа  тойоп,  рәхәтләнеп  юлбаҫарлыҡ  ҡылды.  Иллегә   яҡын  йәш,  көслө  егет,  барыһын да  ишетеп,  күреп,  ҡаршылашыу  түгел,  хатта  һүҙ  әйтергә  ҡурҡып  яттыҡ.  Етмәһә,  туҡмалыуҙан  ҡурҡып,  ҡайһы берәүҙәре  аҡсаларын  алдан сығарып,  әҙерләп  ҡуя.   Бер нисә  көн  эсендә  имтихандарҙы  тапшырып,  ҡайтырға  юлландыҡ.  Инде   уҡырға  барырға  саҡырыу  ҡағыҙын  көтөргә  ҡала.  Аҡса  талап  алыу  ваҡиғаһы  әлбиттә  күңелде  ныҡ  ҡырҙы.  Шулай ҙа,  был  берәй  яңлышлыҡтыр тип,  үҙемде - үҙем  тынысландырҙым.

(Дауамы бар).

Фото: wishescards.ru

 

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас