Нимә булғанын аңлап та өлгөрмәнем, кемдер битемә йоҙроҡ менән килтереп тондорҙо, күҙҙәремә осҡондар күренде хатта. Иҙәнгә осоп барып төштөм, торорға самалағайным, типкесләй башланылар. Бүлмәләш егеттәр ауыртыныуҙан ах-ох килә. Ҡыҙмаса булып алған, беҙҙән бер йыл ғына алда уҡыған дүрт-биш курсант, беҙҙе, йәштәрҙе, яңы килеүселәрҙе, бындаға тәртип менән таныштыра икән! – Под кровать салаги! Беҙҙе типкесләп, төрткөсләп карауаттар аҫтына кереп, йәшеренергә мәжбүр иттеләр. Шар асыҡ ишек аша, башҡа бүлмәләрҙә лә урынлашҡан “молодой»ҙарҙы ла шулай дөмбәҫләп, кемдең кем икәнен күрһәтергә тырышыуҙарын аңланым.
-Вы здесь никто, вы – гавно! Думали, что в сказку попали! Нас тоже так гоняли, – тип, былар беҙгә үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтә. – Каждый день будем вас гонять как лошадей, твари. Беҙҙе туҡмап, күңелдәре булғас, – Идите, умойтесь и спать. Не дай Бог, среди вас стукач найдется, тогда не жить вам! – тип, үҙ бүлмәләренә таралышты төнгө ҡунаҡтар.
– Йоҙроҡ эләккәндә, тешкә эләгеп, аҫҡы иренем эске яҡтан айырылып, ҡанап киткәйне. Йыуыныу бүлмәһенә барып, саҡ туҡтаттым ҡан һарҡыуын. Кемдеңдер бите һыҙырылған, күҙ төптәре күгәргән, кемдеңдер ҡул суғы ысҡынған. Йыуынып, үебеҙҙе тәртипкә килтереп, һәр кем үҙ бүлмәһенә таралышты.
– Иртән «подъем» булғас, төндәге ҡурҡыныс ваҡиғаны иҫләп, бөтәһен дә ташлап, ҡайтып китәһем килде хатта. Етмәһә, кисә беҙҙе туҡмарға ингәндәрҙең береһе, беҙҙең кубрикка инеп, иң ситтә ятҡан Рәмил исемле егеткә:
– Сегодня по графику я дежурный по этажу. Иди, убирайся вместо меня, наведи везде порядок, потом доложишь ! – тип, бойороҡ биреп, эре генә ҡиәфәттә сығып китте. Рәмил ошо бысраҡ эштәрҙе башҡарып, саҡ ашхананан тороп ҡалманы.
– Дүрт рәткә теҙелеп, ашханаға барып еткәс, старшина
– Слева по одному шагом марш! – тигәйне, икенсе йыл уҡығандар, беҙҙе тапап, гөрөп тигәндәй, бер-бер артлы ашханаға инеп тә китте. Дүрт кешелек өҫтәл артына икешәрләп ултырғандар, тимәк, беҙгә, «салага»ларға икешәр урын ҡалдырғандар.
– Иртәнге ашҡа котлет менән тары бутҡаһы, берәр алма, бер стакан сәй, бер телем аҡ икмәк, уның өҫтөнә яғырға тип, бер киҫәк май бирәләр икән. Ә тегеләр беҙгә тигән котлеттарҙы үҙ тәрилкәләренә һалып, рәхәтләнеп ашап ултыра. Алма менән икмәккә яғыла торған май киҫәге лә улар яғына күскән! Аптырап, иҫ-аҡыл китте. Эргәбеҙҙә генә, ҡыҙыл таҫма таҡҡан, ашхана буйынса дежурный, өсөнсө курс студенты йөрөй. Йәнәһе ашханалағы тәртипте тикшерә. Барыһын да күреп тора, ләкин өндәшмәй, күрмәмеш була. Күҙ сите менән күршеләге өҫтәлдәргә ҡарайым, шул уҡ күренеш. Ғәҙелһеҙлеккә ныҡ асыуым килһә лә, бер ниҙә эшләй алмайым. Сөнки тауыш күтәрһәң – үҙеңә насарыраҡ , тағы ла ауырыраҡ буласағын дөрөҫ аңлайһың. Сөнки яңы килгәндәр тарҡау, ә тегеләр бер-береһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер.
– Уҡырға йөрөйбөҙ, төрлө фәндәрҙән, төрлө уҡытыусылар уҡыта. Төп һөнәр буйынса нимә ул йылға, нимә ул судно, нимә ул пароход кеүегерәк ҡыҙыҡлы темаларҙы аңлаталар. Башҡалары ҡыҙыҡ түгел. Ҙур тәнәфестә ашханаға барып, төшкө ашты ашап киләбеҙ. Дәрестәр тамамланыу менән маршрурт автобусына ултырып, Өфөгә сығып китеү яғын ҡарайым. Бында ҡалһаң – көн күрһәтмәйҙәр. Старшина, йә башҡалар берәй эш, йомош ҡушырға ғына тора. Йә, корпустың ихата алдын һепер, йә, бына һиңә шунса аҡса, магазинға барып, икмәк, сәй, шәкәр алып ҡайт! Бер йыл уҡығандар, бүлмәләрендә сәй ҡайнатып, тамаҡ ялғап, көн үткәрә. Ә беҙ, бахырҙар, тиҙерәк дөйөм ятаҡтан сығып китеү, иркенлектә йөрөү яғын хәстәрләйбеҙ. Өйҙән алып килгән аҡсамды йәшереп, йәлләп кенә тотонам. Буш ваҡытымды күберәген тимер юл вокзалында, йәки үҙәк баҙарҙа үткәрәм. Вокзалда бигерәк күңелле шул. Ауыр сумкаларын күтәреп, ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләрҙә күҙәтәһең, берәй танышыңды осратмаҫмынмы тип, өмөтләнәһең. Асығып китһәң, вокзал буфетынан берәй нимә һатып алып, тамаҡ ялғап алаһың. Ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләргә ҡарап, үҙемдең дә тыуған яҡтарға ҡайтаһым килеп китә. Киске ашҡа тиклем, училищегә барып өлгөрөр кәрәк. Ҡайтһаң
– Ҡайҙа йөрөйһөң, ҡасҡалаҡ! – тип, старшина екеренә башлай.
– Бер көндө старшина:
– Бөгөн бөтәбеҙ ҙә мунсаға барабыҙ! – тип, фарман бирҙе. Курсанттарҙы Затонда урынлашҡан дөйөм мунсаға йөрөтәләр икән. Михаил исемле иң яман, иң һуғышҡаҡ бер курсант юлда китеп барғанда уҡ, беҙгә ҡаршы осраған, урындағы бер егеткә тик юҡтан бәйләнергә тотондо. Тегеһе нимә тигәндер, эләгешеп китте былар. Күмәкләп, был егетте туҡмап, типкесләп ташланылар. Ары-бире халыҡ үтеп йөрөй шикелле, ләкин өндәшеүсе, был алама эшкә ҡыҫылыусы кеше осраманы. Тимәк, бындай күренештәр ғәҙәти хәлгә ингәндер тип, эстән генә уйлап ҡуйҙым.
– Юл ыңғайы араҡы һатып алып, ҡыҙмаҫа булып алған курсанттар, мунсала рәхәтләнеп, беҙҙән мочалка менән арҡаларын ышҡытты. Тыңламаһаң, дөмбәҫләп тә алалар. Был ваҡиғанан һуң, биш-алты егет документтарын алып, ҡайҙалыр, икенсе уҡыу йортона күсте. Училище биләмәһе эсендә һирәк-мирәк кенә булһа ла Альберт дуҫым менән Ғәзизде осратам. Ләкин оҙаҡ һөйләшеп торорға ваҡыт тар. Уларҙың да үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәттәре, тигәндәй...
(Дауамы бар).
Фото: wishescards.ru