-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рамай ҠАҺИР УРЫНЛАШЫУ

(Булған, башымдан үткән тарих). Дауамы. Башы https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-06/bul-an-bashymdan-tk-n-tarih-4339968 https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-06/imtihan-4339986 Саҡырыу   хаттарын  алғас,  яҡындар,  дуҫ-иштәр  менән  хушлашып,  күңелдә  ниндәйҙер  ғорурлыҡ  тойоп,  беҙ,  өс  ауылдаш  поезға  ултырып,  Затонға  юлландыҡ.  Беҙҙе,  егерме  биш  егетте,  икенсе  курсҡа  ҡабул  итеп,   һигеҙенсе  синыфтан  һуң инде  бер  йыл  уҡып,  өлкән  курстағыларҙан  туҡмалып,   күрмәгәндәрен  күреп,  сынығып,  ләкин  үҙ-ара  дуҫлашып,  бер  ныҡлы  йоҙроҡҡа  уҡмашҡан,  егермеләгән  курсант  эргәһенә  килтереп  ҡуштылар.     

Рамай ҠАҺИР  УРЫНЛАШЫУ
Рамай ҠАҺИР УРЫНЛАШЫУ

Дүрт  ҡатлы,  ҙур  дөйөм  ятаҡ.  Тәүге  ҡатта –  беренсе  курс,  икенсеһендә –  беҙ,  беҙҙән  өҫтә – өсөнсөләр,  иң  юғары  ҡатта  дүртенсе  курс  йәшәй  икән.  Беҙҙе  буш  торған  дүрт  урынлыҡ ,  ыҡсым  ғына бүлмәлә-кубриктарға    урынлаштырҙылар.  Көн  буйына  эргәбеҙҙә  йылғасыларҙың  матур,  килешле  кейемен  кейгән,  утыҙ  йәштәр  самаһындағы, оҙон  буйлы,  уҫал  ғына  офицер  уралды.  Беҙҙе  сафҡа  теҙеп,  һәр  беребеҙ  менән  танышты,  бындағы  ҡағиҙәләрҙе,  курсанттарҙың  бурыстарын  аңлатты.   Ошо  көндәрҙә  беҙгә лә  махсус  йылғасылар  кейеме бирәсәктәр, тип, ҡыуандырҙы.  Һәр  бер  ҡатта  барыһы  өсөндә  яуаплы старшина  бар  икән.   Ул  беҙҙе  сафҡа  теҙеп,  төшкө  ашҡа  алып  барҙы. Тәүге  көн  булғанғалыр,  бында   офицерҙар ҙа  байтаҡ.  Ҡарап,  тәртипте   тикшереп  йөрөйҙәр.  Ашау  яғы  һәйбәт,  мул  ашаталар,  күңелем  күтәрелеп  китте.  Старшина  аңлатыуынса,  таңда  подъем,   йүгереү,  зарядка  эшләү,  аҙаҡ  йыуынып,  йоҡлау  урынын  тәртипкә  килтереү.  Сафҡа  теҙелеп   ашханаға,  аҙаҡ  уҡырға  барыу.  Сират  буйынса  һәр  бер  кубрикта,  һәр  бер   ҡатта дежурныйҙар  тәғәйенләнә  икән.  Улар  үҙҙәре  йәшәгән  бүлмәнең  иҙәнен  йыуып  сығырға  бурыслы.  Ә  ятаҡ  буйынса  дежурныйҙар  коридорҙа,  аш  бешереү,  йыуыныу  бүлмәләрендә,  хатта   бәҙрәфтә   иҙәндәрҙе  йыуып,  тәртип  урынлаштырырға,  йыйылған  сүп-сарҙы  тышҡа  сығарып  түгергә  тейешле.

Штурмандар  менән   электромеханиктар  айырым,  төрлө  корпустарҙа  йәшәй.  Һәр бер  бинала  тәүлек  әйләнәһенә  бер  офицер  дежур  итә.   Кереп-сығып  йөрөгән   ишек  янында  улар  өсөн  махсус  бүлмә  лә бар.

(Дауамы бар).

Фото: wishescards.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас