-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рамай ҠАҺИР ЯЛ КӨНДӘРЕ

(Булған, башымдан үткән тарих) Дауамы. Башы: https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-06/bul-an-bashymdan-tk-n-tarih-4339968 https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-06/imtihan-4339986 https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-07/ramay-a-ir-urynlashyu-4341425 https://henek.info/articles/zhurnal-a-inm-g-nd-r-n-/2025-08-07/ramay-a-ir-tanyshyu-4341435 Йома  етһә,  ял  көндәремде  ҡайҙа,  кемдәрҙә,  ниндәй  адрес  буйынса  үткәрәсәгемде  белгертеп,  “увольнительный”ға  ғариза  яҙам да,  дәрестәр  бөтөү  менән  электричкаға  ултырып,  Шишмәгә  һыпыртам.   Апайым –  ял  көндәрендә  беҙгә  килеп  йөрө, тип,  ҡат-ҡат  тылҡығайны. Һәйбәт,  киң  күңелле,  һылыу  ҡатын  ул.  Шәкәр  заводының  транспорт   хужалығында  диспетчер  булып  эшләй.  Муса  еҙнәм –  оҫта  ҡуллы  слесарь.  Ҡай  саҡтарҙа  апайым  беҙҙең  яҡтарға  командировкаға  ебәрелгән  йөк  машиналарына  ултырып,  беҙгә  ҡунаҡҡа ла  килеп  сыҡҡылай.  Буш  йөрөмәй  ул,  күстәнәс,  тип,  бер-ике  тоҡ  шәкәр,  өс-дүрт тоҡ  сөгөлдөр  ҡалдырып  китә.

Рамай ҠАҺИР ЯЛ КӨНДӘРЕ
Рамай ҠАҺИР ЯЛ КӨНДӘРЕ

Күп  фатирлы  кирбес  йортта  йәшәйҙәр.  Арыраҡ,  урман   ситендә   мал-тыуар,  ҡош-ҡорт  аҫрар  өсөн  төҙөлгән  ҡура-ҡаралтылары ла  бар  хатта.   Муса  еҙнәгә  эйәреп,  шунда барғайным,  сусҡа  аҫрайҙар  икән.  Унан  ҡалған  ем-ҡалдыҡтар  әрәм  булмаһын тип,  тиҫтәгә  яҡын  тауыҡ  менән  әтәс  тоталар. Сөнки  заводта  эшләгәндәргә  арҙан  ғына  хаҡҡа  сөгөлдөр  ҡалдығын һаталар икән.   Шуға ла  кемелер  һыйыр,  кемелер  сусҡа  тота.

«Алтын  ҡуллы»   слесарь  Муса  еҙнәм  самогон  ҡыуыу  аппаратын да  эшләп  ҡуйған. Сөнки шәкәрҙән дә күп  нәмә юҡ  был  яҡтарҙа.

Зөбәржәт  апай  бешеренергә  бик  оҫта.   Итле  кәбеҫтә  ашын,  йә  төрлө  бәлештәр  бешереп,  мине  һыйлап  ҡунаҡ  итә.   Етмәһә,  ҡайтыр  сағымда,  сумкаға  ҡыяр,  помидор,  май  яғылған  икмәк  киҫәктәре  тултырып,  күҫтәнәс итеп  биреп  ҡайтара.   Бына,  билет,  туңдырма  һатып  алырһың  тип,  еҙнәм  күрмәгәндә,  усыма   ҡағыҙ  аҡсалар  йомдора.  Гүйә,  минең   ас  йөрөгәнемде,  аҡса  етешмәгәнлеген  әллә  ҡайҙан  белеп-һиҙеп  тора!

Апай,  уҡыуы  ҡыйын,  ялҡтым, – тиһәм.   –  Юҡ  инде  балаҡай,  бер  кергәс,  уҡыр  кәрәк.  Түҙ,  тырыш, ти.  Белемле  булыу  –  ул  аҡсалы  булыуҙы  аңлата.  Бына,  үҙемдә  кейәүгә  сығып,  балалар  тапҡас та,  иренмәйенсә  ситтән  тороп  техникум  тамамланым,  дипломлы  белгес  булдым,  тип,  хәбәрен  теҙә. 

- Ял  көндәрең  етһә,  оялма, туп-тура  беҙгә кил.  Ят  кешеләр  түгелбеҙ бит,  тип,  күңелемә  ниндәйҙер  өмөт  орлоҡтарын  сәсеп,  күңелем  торошон   ҡояшлыраҡ,  нурлыраҡ  итеп,  арҡамдан  һөйөп,  яратып  оҙатып  ҡала.

(Дауамы бар).

Фото: wishescards.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас