Яңы биргән әйберҙәрҙе кейгәс күңелдәр көрәйеп, ҡәйефтәр күтәрелеп киткәйне. Тик был ҡыуаныслы минуттар оҙаҡҡа һуҙылманы.
Кисен беҙҙең бүлмәгә, өс-дүрт өсөнсө курс егете килеп инде.
- Ну-ка, салаги, быстро сняли свои тельняшки и подарили нам! – тип, өҫтөбөҙгә кейгән, сумкаларға һалып ҡуйған, еңле, ҡалын, ҡыш көнө кейә торған тельняшкаларҙы ай-вайыбыҙға ҡарамай, талап-тартып алып сығып киттеләр. Аҙаҡ берәүһе кире килеп, бысранып, йыртылып бөткән бер тельняшканы иҙәнгә ырғытып китте. Йәнәһе, шуны өсмөйөш итеп ҡырҡып алығыҙ ҙа, ромбаларығыҙға беркетеп, тегеп ҡуйығыҙ. Шулай эшләнек тә. Аҙна буйына йә тегеһе, йә быныһы килеп, аяҡ кейемен, йә салбар, ромбаны систереп, үҙенә кейеп, үлсәп ҡарай. Размеры яраһа, әйберҙе үҙенә ала ла, беҙгә үҙенең иҫкеһен ҡалдырып китә.
Был хәтәр ваҡиға ике-өс аҙнанан һуң ғына асыҡланды. Берәйһе ошаҡлаштымы, юҡмы, уныһы билдәһеҙ ҡалды. Бар йөҙөнә асыуы сыҡҡан, ҡыҙмаса булып алған офицер, барыһын да сафҡа теҙеп, беҙгә, яңы килгәндәргә бер аҙым алға атларға, ромбаларҙы күтәрергә бойорҙо. Тельняшка урынына тик яланғас тән генә күренде.
Асыуы ҡабарып, ярһыған командир:
– Чья эта работа? – тип, икенсе йыл уҡыған курсанттарҙың бер-нисәүһен бәргесләп алды. Ғәйеплеләрҙе таба алмағас: “Не бойтесь, скажите кто снял с вас тельняшки?” – тип, беҙгә ҡараны. Ләкин яуап биреүсе табылманы. Кем ошаҡлашһын инде, иртәгә үк туҡмаласаҡтар бит.
... Ай аҙағында старшина һәр бер курсантҡа тейешле стипендие аҡсаһын тарата.
Ләкин оятһыҙыраҡ, нахалыраҡ курсанттар, әллә ҡасандан:
– Аҡсаңдың шунса һумын миңә бирерһең, тип, үҙҙәренең “батша ҡарарҙарын” сығарып ҡуйғае. Тегеһенә биш һум, быныһына ун һум кәрәк икән. Аҡсаны старшина үҙе тарата. Сиратың етеп, үҙеңә тейешле аҡсаны алырға торғанда уҡ, тегеләр ҡулын һоноп, аҡсаңды һыпырып алып та бөтә. Хатта старшинаның асыуы килеп:
– Эй, вы, тормозите. Пусть сперва хотя бы расписываются о получение денег, потом делайте что хотите, - ти.
... Ноябрь аҙаҡтарында йылғасылыҡ пароходствоһында практика үткән дүртенсе курс студенттары ҡайта башланы. Яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем, йылға өҫтө боҙ менән ҡаплана башлағансы, улар төрлө порттарҙа, судно, пароходтарҙа үҙ һөнәре буйынса практика үтеп, эш алымдарын өйрәнә икән. Етмәһә, ҡулдарына мул ғына итеп, эш хаҡын да түләйҙәр икән. Шундайҙарҙың береһе мине үҙенең бүлмәһенә саҡырып алды ла, бер төргәк аҡсаһын һаҡларға ҡушты. Йәнәһе, бер-ике аҙнанан һуң кире аласаҡ. Ҡаршылашып булмай бит инде, алдым. Бер бәлә булды башыма шулар. Ней, кеҫәгә һыйҙырып булмай, ней йәшереп, һалып ҡалдырыр урын юҡ. Бер пакет эсенә һалып үҙем менән ҡосаҡлап йөрөтәм. Йоҡлар алдынан мендәр тышлығының эсенә тығып, баш аҫтына һалып йоҡлайым. Бәҙрәфкә, ҡул-бит йыуырға, йә ашханаға барһам да, тик үҙем менән йөрөтәм. Йоҡом – йоҡо түгел, аҡсаны сәлдерерҙәр тип, ҡурҡып, уяу ятам. Көйөп, ҡайғырып, ябығып киттем хатта.
Ошо миңә һаҡларға тип бирелгән аҡса – муйыныма тағылған граната һымаҡ булды. Ярар әле ике аҙнанан һуң мине саҡыртып, аҡсаһын кире алды теге егет.
(Дауамы бар).
Фото: wishescards.ru