Шуға ла аҙна һайын, дөйөм линейкала, енәйәт ҡылып, хөкөм ҡарары менән иркенән мәхрүм ителгән курсанттар хаҡында хәбәр итеп, бойороҡ уҡып, ҡалғандар фәһем алһын тип, иҫкәтеп торҙолар. Өфө изоляторына ябылған йылғасылыҡ училищеһы курсанттарын хатта айырым камераларҙа тотоуҙары билдәле булды. Сөнки урындағы халыҡ менән һыйыша алманы йылғасылар.
ҺУҢҒЫ САРА
Яңыраҡ уҡырға килгәндәрҙән биш кенә кеше тороп ҡалдыҡ. Хәҙер инде бөтә ауыр, бысраҡ эштәр беҙҙең елкәгә төшә. Командир үҙе лә:
“Егеттәр түҙегеҙ инде, әкренләп был сәйер мөхиткә өйрәнеп китерһегеҙ әле. Сабырлыҡ төбө - һары алтын!” - тип, һүҙҙәрен кинәйәләп, тамамлап ҡуя. Дәрестәрҙән һуң Өфө ҡалаһын тегеләй-былай урап йөрөй торғас, бер иғлан күреп, ДОССАФ ойошмаһына барҙым. Унда парашюттан һикереү буйынса курстарға кешеләр йыйнайҙар икән. Хәйерсегә – ел ҡаршы, тигәндәй, юлым уңманы. Унда тик Өфө ҡалаһында йәшәүсе, шунда прописка ла тороусоларҙы ғына ҡабул итәләр икән.
Хәрәмләшеп, үҙемдең уй- хыялдарымды аңлатып та ҡараным, тик тырышыуым бушҡа ғына булды.
Йылғасылыҡ училищеһын тамамлағандарҙың күбеһе, хеҙмәт итергә хәрби-диңгеҙ флотына эләгә икән. Ә унда өс йыл хеҙмәт итәләр. Был хаҡта белгәс, бөтөнләй “танауым төштө.” Ҡайҙан ғына бында уҡырға килдем тип, үкенә башланым. Апайымдан юллыҡ аҡса һорап алып тороп, бер ялда ауылға ҡайтып килдем. Әсәйем мине күргәс тә
- Эй, балаҡайым, ҡалай ябығып киткәнһең, ауырыйһыңмы әллә ? – тип, борсола башланы.
- Юҡҡа унда уҡырға барғанмын, хәҙер үкенеп бөтә алмайым. Унда уҡып сыҡҡандарҙы хеҙмәт итергә, өс йылға хәрби диңгеҙ флотына ебәрәләр икән, тип, үҙ шиктәремде белгерттем.
Улай уҡырға теләгең булмағас, ҡайт улым ауылға. Аллаһҡа шөкөр, ана, колхоҙыбыҙ гөрләп тора, эшһеҙ булмаҫһың. Илдә сәпсек үлмәй ул, тип, үҙенең ризалығын биреп тә ҡуйҙы. Атайым да асыуланманы. Тыныс, ипле кеше ул. Ауылыбыҙҙағы егәрле, ярҙамсыл, хөрмәтле кешеләрҙең береһе.
...Декабрь башында ауылға ҡайтып, Иблей фермаһына һарыҡ ҡарарға эшкә керҙем. Яҙын хеҙмәткә алдылар. Дәүләт именлеге комитетының сик буйы ғәскәрҙәренә эләктем. Шунда хеҙмәт итеүем менән һаман да ғорурланам. Йыл ярым хеҙмәт иткәс, отпускаға ҡайтарҙылар. Шунда таныш егеттәрҙән Альберт менән Ғәзиздең Затонда уҡып йөрөүҙәре, бер-ике тапҡыр ауылға ҡайтып китеүҙәре хаҡында ишетеп, ҡыуандым. Хеҙмәттән ҡайтҡас, биш ай тирәһе, күл аръяғында урынлашҡан «Райсельхозтехника» берекмәһендә автослесарь булып эшләп, уларҙың йүнәлеше буйынса, октябрь башынан ун айлыҡ шоферҙар әҙерләү курстарына уҡырға индем. Дуҫтар менән аралашып, кистәрен клубҡа сығабыҙ, тансыға йөрөйбөҙ. Клубтағы кино күрһәтеү залынан тыш, телефон урынлашҡан, гармун, баян һаҡланған, ҡышын яғырға мейесе булған бер бүлмә бар. Шунда йыйылып, егеттәр менән бильярд һуғабыҙ, кәрт уйнайбыҙ.
Бер кисен телефон шылтыраны, Сәлим ағайҙы ашығыс телефонға саҡырталар тигәс, шәп кенә атлап, уларҙың йортона йүнәлдем. Элек ауылға бер генә телефон булғас, йыш ҡына кешеләрҙе һөйләшергә клубҡа саҡырталар ине. Сәлим ағай килеп, кемдер менән оҙаҡ ҡына һөйләште. Ҡайтыр сағында ниңәлер йөҙө бик борсоулы ине.
Аҙаҡ ҡына, уға улы Альберттың, сит тарафтарҙа, практика үтеп йөрөгән ерендә, судноһынан эҙһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр итеүҙәрен, уның ауылға ҡайтыуы – ҡайтмауы хаҡында белешеүҙәрен аңланым. Сәлим ағай улы йөрөгән Себер яҡтарына барып, әллә яңылыш һыуға төшөп баттымы икән тип, водолаздар яллап, йылға төбөн тикшерткән имеш, тип, һөйләнеләр. Ләкин дуҫымдың үҙе лә, мәйете лә табылманы.
Шул йылдың көҙөндә Альберттың һигеҙенсе синыфты тамамлаған Малик исемле ҡустыһы ла, Затонға уҡырға ингән булған. Ауыр ҡайғыға батҡан Сәлим ағай , Һаҡланғанды – Хоҙай үҙе һаҡлар, - типтер инде, уртансы улын йылғасылар училищеһынан алып ҡайтып, мин уҡып йөрөгән урынға трактористлыҡҡа уҡырға индерҙе.
Ул көндө мин беләгемә ҡыҙыл таҫма тағып, училищеға ингән урында, ишек эргәһендә дежурство ла тора инем. Малик улын эйәртеп килеп ингән Сәлим ағай шаяртып:
-Старшина, һин минең малайҙы ҡараштырып йөрө инде, йәме, тип, минең менән ихлас күрешеп, директор бүлмәһе яғына ыңғайланы.
... Ул замандан инде әллә күпме һыуҙар аҡты, әллә күпме йылдар үтте. Яҙмышым мине тылсымлы, ҡояшлы, яҡты ижад донъяһына алып килде. Был ғәжәп донъя үҫмер саҡтағы хыялдарым кеүек шундай мауыҡтырғыс, серле булып тойолдо. Түҙмәнем, бөйөк тарих төпкөлөнән сылтырап ағып төшкән көмөш һыулы шиғриәт йылғаһында үҙемдең бәләкәй генә аҡ караптарымды йөҙҙөрә башланым. Күңелем хистәренән, йөрәгем йылыһынан яралған шиғыр-караптарым донъяға тик сафлыҡ, яҡтылыҡ бөркәлер төҫлө.
Бала саҡ хыялдарымды тормошҡа ашырып, ижад йылғаһының бер йылғасыһы булып киттем мин.
Фото: wishescards.ru
Бөттө.