– Ыһы, – тием, иғтибарҙы юлдан ситкә бормай ғына. – Хәҙер ҙә уйнайһығыҙмы?
– Әллә ни ыратып булмай шул. Һөйәктәр һыҙлай, – пассажирым, йөн бейәләйен сисеп, кеҫәһен ҡапшай башланы. – Мине ошонда ғына ҡалдыр, улым. Рәхмәт! Мә.
Үрелеп ҡулаҡса һондо. Һонолған усыма ике ҡағыҙ йөҙ һумлыҡ менән бергә биш тимер ун һумлыҡтар килеп ятты. Ҡарттың тарамыш бармаҡтары ҡулыма әҙ генә тейеп алды... Уларҙан тимер һалҡынлығы килә ине...
Йәш сағында сатлама һыуыҡтарҙа бармаҡ өшөтөп гармун уйнап йөрөгән музыканттың бөгөнгө өшөгән бармаҡтарын нисектер йылытҡым килде лә бит, ләкин ул инде төшөп ҡалды – артынан бер ни әйтеп тә өлгөрмәнем хатта. Уның ҡулының һыуыҡлығы үҙемдең дә бармаҡтарыма күскәндәй булды. Бармаҡтарым ҡапыл өшөй башланы. Кеҫәмдәге бирсәткәмде кейеп алдым.
Шулай шул улар, пассажирҙар, һәр кеменә иғтибар кәрәк, күптәре, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә һинең күңелеңә бәйләнеп өлгөрә. Бына телефоныма тағы бер заказ килеп төштө. Быныһы кем булыр икән?
Фото: яһалма интеллект