+12 °С
Облачно

Раушан ҒӘЛИМОВ ҠАЛАҠ

Миниатюра Беҙ бала саҡта йыш ҡына өҫтәл артында дөйөм табанан ашай торғайныҡ. Мин, һәр кемдең ҡалағы үҙ яғында «көрәргә» тейеш, тигән ҡағиҙәлә тәрбиәләнеп үҫеп киләм. Ике туған ҡустым Сыңғыҙҙы ҡарашып торорға, тип мине йыш ҡына күрше торған еңгәм үҙҙәренә алып ҡайтып китә. Шулай бер саҡ Сыңғыҙҙың ҡалағы минең территорияға «инеп» йөрөгәне оҡшамай башланы. Мин уны тәрбиәләргә уйлағайным, әммә уның әсәһе арҡаһында миңә шунда уҡ ауыҙҙы ябырға тура килде. Был темаға мин һуңынан уның менән бер ҡайсан ла кире әйләнеп ҡайтманым.

Раушан ҒӘЛИМОВ ҠАЛАҠРаушан ҒӘЛИМОВ ҠАЛАҠ
Раушан ҒӘЛИМОВ ҠАЛАҠ

Йылдар үтте. Сыңғыҙ илле алла, ҡырҡ мулла менән техникум тамамланы. Шул осорҙа төрмәнән дә саҡ ҡына ҡотолоп ҡалды. Иртә өйләнергә тура килде уға. Шифаханаға бармен булып эшкә урынлашты. Бер айҙан кафе мөдире, ике айҙан коммерция буйынса директор урынбаҫарына тиклем үрләне. Һуңынан эҫе ҡалаҡ менән ҡулдарына тондорҙолар ҙа, эштән китеүен һоранылар. Шунан ул үҙенең магазинын асып ебәрҙе.

Бер заман минең эш табыу мәсәләһендә ҡыйынлыҡтар килеп тыуғас, уға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән инем.

– Һинең юғары белемең бар! Бер нисек тә аңлай алмайым! Нисек ул һин эш таба алмайһың?! Хәтәр тормозить итәһең, – минең яңы эшемде «йыуып» ултырғанда унан шундай һүҙҙәр ишетергә тура килде.

– Ҡалаҡ тураһындағы ваҡиғаны иҫләйһеңме? Улай тиһәң, ҡайҙан инде? Ул саҡта һиңә әллә ике, әллә өс йәш кенә ине бит. Мине шулай тәрбиәләнеләр, ә һине икенсерәк.

Фото: liveinternet.ru

Автор:
Читайте нас