+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
23 Март 2022, 14:00

Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта үтәсәк

Быйыл Үлемһеҙ полк маршы ғәҙәти форматта була. Бындай ҡарар 22 мартта «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.

Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта үтәсәк
Үлемһеҙ полк акцияһы ғәҙәти форматта үтәсәк

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарын төҙөй башлау өсөн берҙәм ваҡыт сиктәре билдәләнде (10.00 - 11.00), Дөйөм республика тынлыҡ минуты (11.00 - 11.12) һәм республика буйынса колонналар хәрәкәтен башлау ваҡыты (11.12 - 13.00) сәғәттәрҙә.

Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы - йыл һайын, Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Пандемияға бәйле, 2020 һәм 2021 йылдарҙа акция дистанцион форматта уҙғарылды.

Фото: ufa1.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: