+1 °С
Болотло
Хәрби осоусының 100 йыл тулыуына арналған премьера 2022 йылдың 6-7 майында була.
Легендар осоусының яҙмышы һоҡланғыс. Хәрби юлдың бөтә ауырлыҡтарын үткән Муса Гәрәев бик күп наградалар алған, бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булып, һуғыш тамамланыуға эскадрилья командиры дәрәжәһенә күтәрелә. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева. Әҫәрҙе башҡорт теленә актер Рәмзил Сәлмәнов тәржемә иткән, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев.
Фото: prufy.ru