Ул шағир, сатирик һәм юморист ҡына түгел, ә тәржемәсе лә булды. Юмор һөйөүселәр уны әсе телле фельетондары, сатирик хикәйәләре аша яратты.
“Атылдым ғәләм ҡосағына” тип исемләнгән сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, Марсель Сәлимов, шағирҙар Илдус Фазлетдинов, музыканттар Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Зәлиә Хисами һәм “Нур” тетры артистары ҡатнашасаҡ. Кисә республиканың Яҙыусылар берлеге һәм Өфө "Нур" театры тарафынан ойошторола.
Кисә 15.00. сәғәттә башлана. Инеү ирекле. Килегеҙ!