Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин, дәүләт власы, суд ведомстволары етәкселәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.
“Ҡара генерал”дың (фашистар уны шулай атаған) башы өсөн Гитлер 2 миллион марка аҡса вәғәҙә итә. Сөнки партизандар отрядының ҡурҡыу белмәҫ етәксеһен ул үҙенең шәхси дошманы тип атай. Ә был ваҡытта бит егеткә ни бары 20 йәш кенә була.
Һуғыштан һуң Даян Баян улы күп йылдар Прокуратура органдарында, эске эштәр системаһында ла хеҙмәт итә. Улар үҙҙәренең ветерандарын онотмай һәм бының өсөн барыһын дә эшләй.
– Һәйкәлде асып, беҙ уның батырлыҡтарына, тормош юлына хөрмәт белдерәбеҙ. Инициативалы төркөмгә һәм Башҡортостан Прокуратураһына геройыбыҙға һәйкәл асыу эшен аҙағына еткергәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Даян Мурзинға һәм Ватаныбыҙҙың барлыҡ тоғро һаҡсыларына мәңгелек дан! – тине Радий Хәбиров.
Фото: ufacitynews.ru