+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Июнь 2022, 10:00

“Хәтер шәме” акцияһына ҡушылығыҙ!

Акцияға ҡушылып, хәтер шәмен онлайн яҡтырта алаһығыҙ. Шулай уҡ ветерандарға ярҙам итергә була, бының өсөн памятьпоколений.рф https://xn--80ahdnteo0a0g7a.xn--p1ai/. сайтында иғәнә күсерергә була.

“Хәтер шәме” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Хәтер шәме” акцияһына ҡушылығыҙ!

Ни тиклем күберәк шәмдәр тоҡандырылһа, акцияны ойоштороусы – “Быуындар хәтере” фонды – әле йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеүгә шунса аҡса бүләсәк.

2022 йылдың 22 июнендә Өфөләге Ленин исемендәге паркта Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг, шулай уҡ Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалыу була. Митингта һуғыш һәм хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һуғыш осоро балалары, Өфө дәүләт авиация техник университеты, юридик институт һәм юнармия курсанттары ҡатнашасаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Уға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.

"Хәтер шәме" акцияһы 22 июндә “Патриот” хәрби-патриотик паркында ла үтәсәк. Унда "Авангард" үҙәге курсанттары ҡатнашасаҡ. Маҡсат – халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау.

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған саралар 22 июндә бөтә Башҡортостан буйлап уҙа.

Фото: "Башинформ"

https://bashgazet.ru/articles/0905/2022-06-20/h-ter-sh-me-aktsiya-yna-ushyly-y-2848263

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: