-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
29 Сентябрь 2022, 15:54

Рашит Назаровтың йөрәге

Бөтә донъя йөрәк көнөндә башҡорттоң гениаль шағирының үлемһеҙ шиғырын йәнә хәтергә төшөрәйек.

Рашит Назаровтың йөрәге
Рашит Назаровтың йөрәге

Йөрәк

Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?

Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.

Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ - минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: