«Башҡортостан – һоҡланғыс тәбиғәте, данлы тарихы, сағыу, күп төрлө мәҙәниәте һәм ҡеүәтле иҡтисады булған уникаль төбәк. Республикала барған ҙур ваҡиғалар хаҡында үҙәк каналдарҙағы репортаждарҙа һөйләйҙәр. Башҡортостан туристик, мәҙәни, ваҡиғалар киңлегендә тағы ла танылыу яулай бара.
Шаршамбы, 23 ноябрҙә, Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында – «Башҡортостан Республикаһы көнө». Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән башлап ОТР телеканалы республикабыҙ – уның иҡтисады, тәбиғәт байлыҡтары, тарихы һәм мәҙәниәте тураһында һөйләйәсәк. Һәм, әлбиттә, иҫ киткес халҡыбыҙ тураһында. Эфирҙа роликтар һәм документаль фильмдар, интервьюлар һәм яңылыҡ сюжеттары күрһәтелә. Мауыҡтырғыс булыр», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: скриншот