-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
17 Февраль 2023, 14:30

Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә

Ике көн осрашыуҙарҙа йөрөп килдек. Йылайыр районының Юлдыбай, Ҡашҡар, Сәләх, Йомағужа ауылдарында булдыҡ. Китапханалар, мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, ауыл клубтары ишектәрен асты беҙҙең өсөн. Иртәнге унда ла, төштән һуң да халыҡ барлыҡ эшен ташлап, мәшәҡәттәрен ҡуйып тороп осрашыуҙарға килде. Ун кеше булған залға ла, һалҡын клубтарға ла барҙыҡ, сөнки беҙҙең йөрөү маҡсаты төпкөлдәрҙәге уҡыусыларыбыҙҙы күреү һәм аралашыу ине.

Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә
Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә
Йылайырҙарҙың һуңғы күргән өлкә яҙыусыһы Мостай Кәрим булған икән. Улар шул осрашыуҙы кисә булғандай итеп тәфсирләп һөйләй, һағынып иҫкә ала. Шунан алып был ауылдарға әҙәбиәтселәр аяҡ баҫмаған, тиергә лә ула.

????Нимә көтә ауыл халҡы яҙыусыларҙан? Бына бөгөнгө ҡатмарлы заманда улар ышаныслы һүҙ көтә. Һүҙ менән идара итеүселәрҙән, китаптар яҙып уҡыусыһын ышандырыусыларҙан, ниндәйҙер яҡшылыҡҡа һәм матурлыҡҡа өмөт иттереүселәрҙән ошо ауыр мәлдә рухи ярҙам көтә.
Залда ултырыусы һәм һиңә төбәлеп ҡалыусы апай-инәйҙәр һинән күпкә аҡыллы ла, белемле лә һәм тәжрибәле лә ул. Улар һиңә ҡарағанда күпте күргән һәм кисергән. Һәр береһенең ҡуйынында өсәр-бишәр бала, бер өйөр ейәндәр үҫәлер. Әллә ниндәй ҡайғы-хәсрәт тә, тормош һынауҙары ла үткәндәрҙер. Әммә улар әле һинән әҙип һүҙен көтөп ултыра. Уларҙың һиңә ышанғыһы килә. Һин әйткәнде улар ҙа белә, шулай ҙа уйҙарының яҙыусы фекере менән тап килеүен үҙ ҡолаҡтары менән ишеткеләре, күҙеңә ҡарап инанғылары килә.

????Шундай тәрән хисле ул халыҡ ауылдарҙа, тәбиғи аңлы, тип әйтәйек. Ҡыҙыҡһыныусан. Баҫалҡы ихлас. Ерлек ерлеккә ҡарап характерлы ла. Бына, мәҫәлән, йылайырҙар йомоғораҡтар. Уларҙы асып алыу өсөн әллә күпме ут кәрәк. Әммә асылып китһәләр – ихластар. Түгелеп китеп һөйләшәләр, һынды ҡатырып көлдөрәләр, фәлсәфәүи һығымталар яһайҙар. Һәм мин нимә аңғарҙым уларҙа, халыҡ ҡайнап йөрөп йәмәғәт эштәре менән була. Юлдыбайҙың мәҙәниәт йортонда сараларға сират ине әле. Вәт, һиңә ауыл!

????Һөйләшеүҙәрҙең темаһы төрлөсә булды. Ир-егеттәрен яуға оҙатҡан халыҡтың ҡатын-ҡыҙы ниндәй позицияла торорға тейеш, был ауыр көндәрҙе нисек итеп һынмай, бирешмәй кисерергә, ир-егеттәребеҙгә терәк һәм тыл булыу өсөн ниндәй яйлы юлдар табырға, әҙәби әҫәрҙәребеҙҙә беҙ ошоларға ҡағылышлы теге йәки был мәсьәләне нисек хәл иткәнбеҙ... Ана шул герой ни өсөн шундай аҙым яһаған? Был образ кемде сағылдыра? Әҫәрҙе уҡып мин ниндәй ниәткә килдем... һәм башҡалар.

????Ошо йөрөүебеҙҙә, һәр ваҡыттағыса, китап нәшриәтенән алып барған китаптарҙы һаттыҡ. Халыҡ уларҙы табып уҡый алмай. Китап өсөн баш ҡалаға килеп тә йөрөмәй, килгәндә лә күптәрҙә китап ҡайғыһы булмай. Биш ҡап алып барһаҡ та, ун ҡап булһа ла, китаптар талашып алып бөтөлә һәм етмәгәндәргә почта аша ебәрәм, тип, ғәфү үтенеп китергә тура килә. Әгәр беҙҙең нәшриәт ошо система менән эшләһә, складтарында китаптар тоҙланып ятмаҫ ине ул. Ә инде яҙыусыларҙың халыҡ араһына сығыуы һәм үҙен аҙыраҡ ҡына әрһеҙләп йөрөтөп килеүе артыҡ булмаҫ ине бөгөнгө көндәрҙә. Юғиһә, улар уҡыусылары менән күрешеүгә иң мөһим көндө генә көтә. Ә иң мөһим көн ул яҙыусының юбилейы булып сыға. Халҡыңа, уҡыусыңа ундай потребитель ҡарашы менән йәшәү килешмәй, минеңсә.
 
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә
Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә
Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә
Халыҡ ышаныслы һүҙ көтә
Автор:
Читайте нас: