«Еңеү паровозы» беренселәй Куйбышев тимер юлы ҡалалары буйлап байрам турына юллана.
29 апрелдән 5 майға тиклем Куйбышев тимер юлында ойошторолған «Еңеү паровозы» ретро-составы магистралдең ете ҙур станцияһына — Өфө, Бөгөлмә, Яр Саллы, Ульяновск-Үҙәк, Рузаевка, Пенза-1 һәм Һамарға бара. Байрам турының дөйөм оҙонлоғо — 2,5 мең саҡрымға яҡын.
Иң алда — байрамса биҙәлгән «Лебедянка» паровозы. Ретро-составҡа Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника менән платформалар , Үлемһеҙ полктың пассажир вагондары тағыла.
Һәр ҡалала үҙенсәлекле хәрби экспонаттар менән фотоға төшөргә, 1945 йылғы осорҙо сағылдырған реконструкцияла, фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙы ҡаршы алыуҙа һәм байрам концертында ҡатнашырға мөмкин. Шулай уҡ ете тимер юл станцияһында, шул иҫәптән Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы уҙғарыла.
Башҡортостандың баш ҡалаһына «Еңеү паровозы» 29 апрелдә сәғәт 11-гә килеп етергә тейеш.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-25/v-ufu-priedet-parovoz-pobedy-3233401