Һәнәк ағайҙың ҡулындағы нәмә кескәй генә йыйынтыҡ – тос фекерҙәр, ғибәрәләр китабы булып сыҡты. “Китап-байрамға” халыҡ яҙыусыһы үҙенең оригиналь хеҙмәт емешен, “ҙурлығы” буйынса Рәсәйҙә тиңе булмаған “Әйттем – бөттө!” тип аталған сувенир-йыйынтығын алып килгән икән. Шунда уҡ ошо китабынан, әгәр күрмәй ҡалыусылар булһа, типтер, бер нисә күҙәтеүен уҡып ишеттерҙе. 11 йәшлек сағында, бер китап ситенә бәләкәй Марсель: “Ата-әсәһе балаһына шул тиклем оҡшар икән!” тип яҙған булған икән. Тағы: “Уҡытыусылар араһында уҡытмаусылар ҙа бар” – тигән үҫмер – буласаҡ сатирик. Ә хәҙер аҡһаҡал китабына: “Йәштәр, ҡарттарҙы ихтирам итегеҙ, улар – һеҙҙең киләсәгегеҙ!”, – тигән үтенесен теркәгән.
Архангель районынан Шәкүр исемле ағайҙың (фамилияһын яҙып алмағанбыҙ) һүҙҙәрен саҡ ҡына үҙгәртеп әйткәндә, беҙҙең Һәнәк ағайыбыҙ – Марсель Сәлимов беҙ бәләкәй саҡта ниндәй булһа, әле лә шулай уҡ! Уҡыусылары олпатланһа ла, үҙе һаман шул килеш, сөнки ул йылмайып, көлөп йәшәй!
Был сарала мин Марсель Шәйнур улының бала сағы менән таныштым, булыр бала – биләүҙән, тигән әйтемдең раҫлығына тағы берҙе инандым. Күрмәгәнемде мин дә күрҙем!
Әгәр ҙә мәгәр Һәнәк ағайыбыҙ, үҙе әйткәнсә, ярты быуат буйына яҙған и-иң ҙур китабын һеҙ ҙә күрергә теләһәгеҙ, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаға килегеҙ. Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә быяла йәшник эсендә һаҡлана мәшһүр мөхәрриребеҙҙең иҫ китмәле ҡыҙыҡлы китапсығы.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.