-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
14 Июнь 2023, 15:00

Мар. Сәлимде сәхнәнән “урланылар”...

Матбуғат байрамында ҡыҙыҡлы хәлдәр күп булды. Шуларҙың береһе тураһында яҙайым әле. Халыҡ яҙыусыһы Мар. Сәлим үҙенең төртмә телле, күптәрҙе “Һәнәк” йәбенә эләктергән таҡмаҡтарын һөйләп, сәхнәнән төшөп өлгөрҙөмө, юҡмы, үҙен эләктереп тә алдылар! Марсель Шәйнур улын сәхнәнән үк тотоп алған кешегә һорауымды бирәм: – Һеҙ ни эшләп Мар. Сәлимде сәхнәнән урланығыҙ?

Мар. Сәлимде сәхнәнән “урланылар”...
Мар. Сәлимде сәхнәнән “урланылар”...

– Мар. Сәлимдең үҙен күрергә тип кенә килдем бит, – ти апай, Миңлекәй исемле икән, – сәхнәнән төшкәс тә, халыҡ араһында таба алмаҫмын тип ҡурҡтым.

            Миңлекәй апай Батырова – үҙе “морж”, үҙе “за ЗОЖ” икән! Өфөлә йәшәйҙер, тип аңланыҡ, скандинавса йөрөү таяҡтары тотоп килгән. Ә иң төп хазинаһы шул булып сыҡты – Марсель Сәлимовтың матбуғатта сыҡҡан бөтөн яҙмаларын да туплап бара икән. Шуларҙы алып килгән.

– Бына һеҙгә “Һәнәк”тең яңы һаны, – тине уға сатирик ағайыбыҙ, автографлы 6-сы һанды тоттороп, –  “Һәнәк” биттәрендә  мине һәр саҡ таба алаһығыҙ!

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: