Изге йола буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған яңы йыл открыткаларын алды. Стәрлетамаҡтан ете йәшлек Алеся һәм Өфөнән Розалинда бүләк-сюрприз тураһында хыяллана.
– "Теләктәр шыршыһы"нда теләктәр яҙылған шарҙар күп һәм беҙ барыһының да хыялдарын үтәйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2018 йылда «Теләктәр шыршыһы» хәйриә проекты башланды. Уның маҡсаты - етем балаларҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән килгән балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173330.html