+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
5 Февраль , 13:00

Тәүге президент хаҡында романдың аудиоверсияһы яҙҙырылды

«Юлдаш» радиоһында башҡорт яҙыусыһы Ғәлим Хисамовтың Мортаза Рәхимов хаҡындағы документаль романының аудиоверсияһы яҙҙырылды. 7 февралдә Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тула.

Тәүге президент хаҡында романдың аудиоверсияһы яҙҙырылды
Тәүге президент хаҡында романдың аудиоверсияһы яҙҙырылды

Тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт драма театры актеры Илдар Ғүмәров уҡый. Радионың баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова хәбәр итеүенсә, романдың фрагменттарын эфирҙа 5, 6 һәм 7 февралдә киске сәғәт 9-сы 15 минутта тыңларға мөмкин. Аудиояҙманың төп өлөшө фондта һаҡлана.

12+

 

Автор:
Читайте нас: