Был көн – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Һәр халыҡтың хазинаһы, моңло йәдкәре ул – тел, әсә теле. Туған телен ҡәҙер иткән халыҡ хөрмәтле була. Үҙ телебеҙгә бер ҡасан да битараф булмайыҡ, һаҡлайыҡ, иркен аралашайыҡ, телмәребеҙҙе үҫтереүгә бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген һис ҡасан онотмайыҡ!