*Ҡартлыҡ аҡыл менән бергә ҡушарлап йөрөй. Тик ҡайһы берәүҙәргә ҡартлыҡ яңғыҙы ғына килә.
*Әгәр туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ оҙаҡ шылтыратмаһа – ҡайғырмағыҙ – тимәк, уларҙың барыһы ла һәйбәт!
*Дәүләттекен күпме генә урлаһаң да үҙеңдекен ҡайтарып алып булмай.
*Тәрбиәле ир ауыр йөктө килбәтһеҙ күтәргән ҡатынды тәнҡитләмәй.
*Килешһеҙ бер хәрәкәт яһау ҙа етте – мин хәҙер атай!
*Күп яҡлы шәхес, тип маҡтаһалар, бик ҡыуанмағыҙ. Бәлки, һеҙҙе йүнһеҙ, аҡылһыҙ, этлекле, паразит һ. б... тип әйтергә уйлайҙарҙыр.
*Был донъяла кәрәкмәгән нәмәләр күп икән. Быны тыуған көнөңдә генә аңлайһың.
*Нишләп таныш булмаған ҡатын-ҡыҙ араһында сибәрҙәре күп икән?
*Йәшәй торғас күберәк аҡса эшләү теләге уны һаҡсылыраҡ тотоноу теләгенә әүерелә.
*Ғорур күтәрелгән баш менән шыуышыуы еңел түгел.
*Дошмандар иҫәрлеген һәм дуҫтар тоғролоғон арттырып баһаламағыҙ.
*Үҙ бәхетенең ярсыҡтары кеше күңелен нығыраҡ яралай.
Фото: joinfo.com